Райондың иң күркәм ғаиләләрен Йәштәр йортона йыйып, Ғаилә йылына матур йомғаҡ яһаны Әбйәлил. Тантанала йәшәү маяғы булырҙай абруйлы оло парҙар, етем балаларҙы атай-әсәй һөйөүенә солғап, ғаилә тәрбиәһенә алыусылар, татыу һәм егәрле йәштәр, спорт һөйөүсе ғаиләләр, быйылғы йылда күкрәктәренә «Әсәлек даны» миҙалын тағыусылар, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалына лайыҡ булыусылар, «Урал аръяғының иң яҡшы 100 ғаиләһе» конкурсында ҡатнашып, «Дан ғаиләләр гөлләмәһе» китабына инеүселәр хөрмәтләнде, район хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Ғаилә йылы тарих биттәренә оҙатылды. Район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов 2019 йыл – Театр йылы уңайынан ауыл биләмәләре араһында уҙасаҡ «Шаңдау» үҙешмәкәр коллективтар фестивален иғлан итеп, эстафета вымпелын фестивалде башлап ебәрәсәк Байым ауыл биләмәһенә тапшырҙы.