-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Декабрь 2018, 12:24

Һөнәренә тоғро ир-егет

Ир-егеттәр үҙләштерергә теләгән һөнәрҙәр араһында иң намыҫлыһы, ҡыйыулыҡ талап иткәне һәм хәүефлеһе ҡотҡарыусы һөнәрелер, моғайын.

Ир-егеттәр үҙләштерергә теләгән һөнәрҙәр араһында иң намыҫлыһы, ҡыйыулыҡ талап иткәне һәм хәүефлеһе ҡотҡарыусы һөнәрелер, моғайын.

Әбйәлил районының янғын һүндереү часында ла яҡшы физик әҙерлекле, ҡыйыу, батыр йөрәкле ҡотҡарыусылар эшләй. Шуларҙың береһе — Тал Ҡусҡары егете Ғәлим Миҙхәт улы Мортазин.

Ғәлим Мортазин урта мәктәпте тамамлау менән ил алдындағы изге бурысын үтәү өсөн Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына алына. Төньяҡ Кавказда «ҡыҙыу нөктә»лә хеҙмәт итеү осоронда үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән, хәрби әҙерлектә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән Ғәлим Миҙхәт улы әрменән ҡайтыу менән райондың янғын һүндереү часына эшкә килә. Һәм бына тиҫтә йылдан ашыу һайлаған һөнәренә тоғро ҡала.

— Тәжрибәле янғын һүндереүсе булып танылған Ғ. Мортазин үҙенә йөкмәтелгән вазифауи бурыстарын теүәл үтәүҙән тыш, ойошманың йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнашыуы менән айырылып тора. Ул шулай уҡ һәр кемгә ярҙамсыл, иғтибарлы булыуы менән хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанды,– ти уның тураһында ҡарауыл начальнигы Азамат Дауытов.

Етәксенең әйткәндәрен Ғәлим Миҙхәт улының күптән түгел хеҙмәт эшмәкәрлегендә юғары күрһәткестәре, граждандар оборонаһы һәм янғын хәүефһеҙлегенә, халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән аралауға индергән өлөшө һәм Ватанға тоғро хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүе лә дәлилләй.

Эйе, нәҡ ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәлдәр булған ерҙәргә беренсе булып бара һәм зыян күреүселәргә ярҙам ҡулы һуҙа: янғындарҙы һүндереүҙән тыш улар аварияға осрағандарҙы, һыуға батҡандарҙы һәм башҡа хәүефкә тарығандарҙы ла ҡотҡара.

Егеттәргә аңғармаҫтан ябылған ишектәрҙе асыу, юл фажиғәләренә дусар булғандарҙы йә башҡа төрлө бәлә-ҡазаға ҡалғандарҙы ҡотҡарырға ла тура килә. Шулай уҡ оло йәштәге йәки ауырыу кешеләргә ярҙам итеү, яралыларҙы сығарыу ҙа — уларҙың бурысы.

Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, уларҙың эшендә иң ҡурҡынысы — ярҙам итә алмау. «Ундай осраҡтар әҙерәк булһын, кешеләр бәләгә тарымаһын ине», — ти Ғ. Мортазин.

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: