+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Декабрь 2018, 19:26

Айыуһаҙы Яңы йыл уттарына күмелде

Ауыл халҡы өй алдарын яңы йылға биҙәү эштәренә ихлас тотондо, йылдағыса Айыуһаҙы әкиәт донъяһына әйләнде.

Ауыл халҡы өй алдарын яңы йылға биҙәү эштәренә ихлас тотондо, йылдағыса Айыуһаҙы әкиәт донъяһына әйләнде: һәр ерҙә төрлө төҫтәрҙә яңы йыл уттары балҡый, ҡар һындар яһалды, ҡар тауҙарынан бала-саға өҙөлмәй.
Айырыуса Яңы урамда йәшәүселәр (халыҡта ул песнонерҙар урамы тип йөрөтөлә) ихлас биҙәне. Даян һәм Азамат Заһитовтар, Ҡадир Килдейәров, Әҡсән Ғайсин, Мөхәмәт Нәҙерғолов һәм Илшат Низамовтарҙың фантазияға бай булған ижади һәләтен тыуҙырған матурлыҡ олоһон да, кесеһен дә ҡыуандырҙы.
Азат Баймөхәмәтов, Вәғиз һәм Ғәзиз Фәтхуллиндар, Әмир Нәҙерғолов, Рәфҡәт Заһитов, Фирғәт Арғынбаев, Рауил Ғайсин, Айнур Ғайсин, Әсғәт Нәҙерғолов һәм башҡалар йылдағыса Айыуһаҙыны яңы йыл матурлығына күмеүгә үҙ өлөшөн индерҙе.
Читайте нас: