+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Ғинуар 2019, 11:46

«Гәзитте һуңлатмау — төп бурысым»

Әбйәлил мәғлүмәт үҙәге матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы барышында иғлан иткән «100 дана «Осҡон» гәзите» акцияһында еңеүселәрҙе тәбрикләүҙе дауам итә.

Әбйәлил мәғлүмәт үҙәге матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы барышында иғлан иткән «100 дана «Осҡон» гәзите» акцияһында еңеүселәрҙе тәбрикләүҙе дауам итә. Акцияла еңеүселәр исемлеген Рысҡужа һәм Ҡаҙмаш ауылдарын хеҙмәтләндергән Амангилде почта бүлексәһе почтальоны И. З. Бикҡужина тулыландырҙы.

Илүзә Бикҡужина 2019 йылдың тәүге ярты йыллығында «Осҡон» гәзитен алдырыусылар һанын арттырыуға өлгәшеүе ҡыуаныслы. Уҙған ярты йыллыҡта ҡаҙмаштарға һәм рысҡужаларға 98 дана «Осҡон» таратһа, быйыл район гәзитен алдырыусылар һанын 108-гә еткерҙе.

Мәғлүмәт үҙәге директоры В. И. Илһамов акцияла еңеүсе булған Илүзә Зиннәт ҡыҙын тәбрикләне, уға Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырып, эшендә уңыштар, именлек һәм артабан да уҡыусылар менән гәзитте әүҙем бәйләп тороусы булып ҡалыуын теләне.

Әлбиттә, күп нәмә почтальондан тора. Ул өй һайын йөрөп, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылырға бер туҡтауһыҙ өгөтләһә, гәзит-журнал алдырыусылар һаны ла арта.

— Ауылдар халҡы район гәзиттәренә ихлас яҙыла. Шулай уҡ республика баҫмаларын алдырыусылар ҙа күп кенә. Мәктәп уҡыусылары «Йәншишмә» гәзитенә, «Аманат», «Аҡбуҙат» журналдарына кластары менән яҙыла. Минең бурыс — матбуғатты уҡыусыға һуңлатмай алып барып еткереү, — ти Илүзә Зиннәт ҡыҙы.

Халыҡҡа гәзит-журналдарҙы, шулай уҡ свет, газ һәм телефонға түләү ҡағыҙҙарын ваҡытында еткереүгә почтальонкаға кинйә улы Ислам, яйы сыҡҡанда ире Иштимер Әхиәр улы ярҙам итә. Янында булғанда өлкән улы Тимербулат та (әле ул Магнитогорскиҙа эшләй), медколледжға уҡырға ингәнсе ҡыҙы Гөлсөм дә таратышҡан.

Гәзитебеҙҙең төп ярҙамсылары булған башҡа почтальондар кеүек Илүзә Зиннәт ҡыҙы ла ауылдаштарын гәзитле һәм мәғүлүмәтле итеүгә күп көс һалып, район гәзите баҫмаһы тиражын арттырыуға ҙур өлөш индерә.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: