Бәләкәй ауылда барыһы ла күҙ алдында: кемдең ниндәй икәнлеге, үҙ эшен нисек башҡарыуы көҙгөләгеләй асыҡ күренә. Иҙәш Ҡусҡарында ун биш йылдан ашыу фельдшер булып эшләгән Г. Ғ. Таһированы ауыл халҡы тик маҡтап телгә ала.
Ауылыбыҙ район үҙәгенә яҡын урынлашһа ла, үҙебеҙҙең тәжрибәле фельдшерыбыҙ булыуы оло ҡыуаныс. Сирләп китһәк, һәр ҡайһыбыҙ Гөлфиә Ғәзиз ҡыҙына күҙ терәп барабыҙ. Егәрле, үҙ эшен яҡшы белгән фельдшер ентекләп ҡарап, кәрәкле укол-дарыуҙарын тәғәйенләй, файҙалы кәңәштәрен бирә. Хәле ныҡ ауыр булған сирлеләрҙе «Тиҙ ярҙам» саҡыртып, йәиһә үҙенең машинаһында район дауаханаһына илтә.
Йәштәребеҙ күпләп ауылда ҡала. Ҡалаға, башҡа төбәктәргә вахта ысулы менән йөрөп эшләһәләр ҙә, йәшәгән урындары — тыуған ерендә. Шуға ла Иҙәштә сабыйҙар һаны йылдан-йыл арта, әммә ауылда балалар баҡсаһының булмауы ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Һәр көн иртән ата-әсәләр бәләкәстәрен күрше Тал Ҡусҡарындағы баҡсаға йөрөтөргә мәжбүр. Алыҫ юлға йөрөгән кескәйҙәр йыш ҡына сирләп, ауыл фельдшерына өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙыра.
Медпункт әллә ни ҙур булмаған бүлмәлә урынлашыуына һәм бинаның газ менән йылытылыуына ҡарамаҫтан, ҡыш көндәре унда бик һыуыҡ. Әммә үҙ эшен намыҫлы, урын-еренә еткереп башҡарырға күнеккән Г. Ғ. Таһирова эшен ҙур ҡәнәғәтлек менән башҡара, бер ваҡытта ла һуңлап йөрөмәй.
Өҫтәүенә Гөлфиә Ғәзиз ҡыҙына бинаны тәртиптә тоторға ла, һыу килтерергә лә, ҡышын пункттың тирә-яғын ҡарҙан таҙартырға, йәй ихата алдын йыйыштырып, сәскәләргә күмергә лә тура килә. Әммә ул зарланмай, йылы һүҙе, шифалы ҡулдары менән оҙаҡ йылдар Иҙәш халҡын дауалауына һөйөнә генә.
Мәхмүт ауылынан йөрөп эшләһә лә, башҡалар кеүек донъяһын да гөл-сәскәгә күмеп, бынамын итеп көтә, тормош иптәше менән ҡыҙ һәм ул үҫтерә. Ҡыҙы Гөлфинә әсәһе юлынан китеп, Сибай медицина колледжында уҡып йөрөй.
Гөлфиә Ғәзиз ҡыҙы ҡәйнәһе менән әсәһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә, ярҙам ҡулы һуҙырға ла өлгөрә. Иҙәштәрҙең «фельдшерҙан уңдыҡ» тип ауыҙ тултырып һөйләүе — Гөлфиә Таһированың эшенә иң юғары баһа, минеңсә.
Иҙәш Ҡусҡары былтыр «Сәләмәт ауыл» район конкурсында ҡатнашып беренсе урын алды. Ауылдың бәйгелә еңеү яулауында һәм сәләмәт булыуында Гөлфиә Таһированың өлөшө ҙур.
Зәйтүнә ШӘРИПОВА, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе.