+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Ғинуар 2019, 12:12

Гәзит уҡыусыларҙың ышанысын яулағанға

Әбйәлил мәғлүмәт үҙәге иғлан иткән «100 дана «Осҡон» гәзите» акцияһының сираттағы еңеүселәре — Хәлил почта бүлексәһенән Лиза Мырҙабаева, Әбделмәмбәттән Байрамбикә Диярова, Асҡарҙан Зилә Хәсәнова һәм Рәзидә Фәтхетдинова тәбрикләнде.

Әбйәлил мәғлүмәт үҙәге иғлан иткән «100 дана «Осҡон» гәзите» акцияһының сираттағы еңеүселәре — Хәлил почта бүлексәһенән Лиза Мырҙабаева, Әбделмәмбәттән Байрамбикә Диярова, Асҡарҙан Зилә Хәсәнова һәм Рәзидә Фәтхетдинова тәбрикләнде.

— Гәзит һәм гәзит уҡыусыны почтальон бәйләй. Матбуғат баҫмаларын ваҡытында, эҫеһендә генә тейешле адресатҡа алып барып еткереү почтальондан тора. Һеҙ фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыусыларҙың ышанысын һәм ихтирамын яулағанһығыҙ. Шуға күрә лә үҙегеҙгә йөкмәтелгән пландарҙы тултырып үтәйһегеҙ, — тине редакция уҙғарған акция еңеүселәрен тәбрикләп, мәғлүмәт үҙәге директоры — «Осҡон» гәзите мөхәррире В. Ә. Илһамов.

Лиза Мырҙабаева уҙған йылда ла был акцияның тәүге еңеүселәренең береһе булғайны. Лиза Камил ҡыҙының почтальон булып рәсми рәүештә теркәлеүенә быйыл 20 йыл тула. Почта эше уға бала сағынан яҡшы таныш: әсәһе хаҡлы ялға киткәнсе Хәлил почта бүлексәһен етәкләгән. Мәктәпте бөткәс тә кейәүгә сыҡҡан Лиза, артабан уҡыу тураһында уйлап та тормай, почтаға эшкә килә. Хәлил почта бүлексәһе мөдире Гөлшат Фәхрисламова уны егәрле, яуаплы хеҙмәткәр булараҡ тик яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырлай, ауыл халҡы почтальондан уңыуына ҡыуанып бөтә алмай. Лизаның шәхси тормошо ла көйлө: тормош иптәше Самат менән тырышлыҡтары арҡаһында етеш донъя көтәләр, биш бала әсәһе булараҡ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған.

Байрамбикә Диярованың почта системаһында эшләүенә ни бары ярты йыл. Хеҙмәт юлындағы беренсе подписка кампанияһын лайыҡлы үткәреүгә ул ҙур тырышлыҡ һалған. — Беҙ дүрт бала үҫтерәбеҙ. Өлкән улым студент, ҡыҙҙарым мәктәп йәшендә. Балалар үҫтергәндә, уҡытҡанда ҡулаҡса кәрәк. Ауыл өҫтөндә эш килеп сыҡҡас, ҡыуанып риза булдым, — ти Әбделмәмбәт һәм Мәхмүт ауылдарына почта таратыусы. Әйткәндәй, Байрамбикә Рәшит ҡыҙы «100 дана «Осҡон» гәзите» акцияһының лидерҙарының береһе лә — ул район баҫмаһына 119 дана абонемент тултырған.

Зилә Хәсәнова 10 йыл инде район үҙәгендә гәзит-журналдар тарата. Ике студент уҡытыусы әсәгә ваҡытында бер юлы ике урында эшләргә тура килә. Үҙәк дауаханала стационарҙа ятыусыларға аш-һыу таратыусы, сменаһынан сыҡҡас та почтаға йүгерә. Унда сортировкалау эшен башҡарғас, почтальон сумкаһын ала һәм велосипедына ултырып, юлға сыға. Зилә Хәмзә ҡыҙы нигеҙҙә биҫтәләргә почта ташый. Тәүҙә Төньяҡ биҫтәлә һәм Дауытта гәзит тарата, бер осор Көнсығыш-1, Көнсығыш-2 биҫтәләрен хеҙмәтләндерә. Хәҙерге көндә уның ҡарамағына Көньяҡ биҫтә йөкмәтелгән.

— Шөкөр, ҡыҙым да, улым да Өфө дәүләт нефть техник университетында белем алды. Улым быйыл һуңғы курста. Тырышлыҡ менән ауырлыҡтарҙы еңеп киләм. Өс йыл элек хаҡлы ялға сыҡтым, шулай ҙа почталағы эшемде ташламайым әле. Һәр кампанияла еткерелгән пландарҙы теүәл үтәүгә ҙур хеҙмәт һалам. Әлбиттә, ваҡытлы матбуғатҡа тоғро ҡалған яҙылыусыларыма рәхмәтлемен, — ти Зилә Хәмзә ҡыҙы.

Рәзидә Фәтхетдинова ла акцияла икенсе тапҡыр еңеүсе булып, диплом һәм лайыҡлы бүләген алды. Ул Асҡарҙың Тау, Колхоз урамдарынан башлап, Партизан урамына тиклемге үҙәк өлөшөн хеҙмәтләндерә. Рәзидә Шакирйән ҡыҙын да иң өлгөр, сос почтальондарҙың береһе тиеү хата булмаҫ, ул почтала эшләүенән тыш беҙҙең редакцияны таҙа тотоуға ҙур өлөш индерә. Гәзиттең ниндәй хеҙмәт менән эшләнеүенә шаһит Р. Ш. Фәтхетдинова «Осҡон»доң һәр һанын уҡыусыларыбыҙға һуңлатмай алып барырға өлгөртә. 11-се класта уҡыусы ҡыҙы Азалия ла әсәһенә почта таратыуҙа ярҙам итә.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: