+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Ғинуар 2019, 19:24

Оҫта ҡулдар тыуҙырған мөғжизә

Яңы йыл уттары һүнһә лә, байрам уңайынан эшләнгән ҡар ҡаласыҡтары янында балалар тауышы тынмай әле.

Яңы йыл уттары һүнһә лә, байрам уңайынан эшләнгән ҡар ҡаласыҡтары янында балалар тауышы тынмай әле.
Хәлил ауыл биләмәһендә өсөнсө йыл рәттән ҡарҙан һындар яһау, йорт-ихаталарҙы биҙәү буйынса конкурс уҙғарыла. Бәйгене ойоштороусы булып урындағы хакимиәт сығыш яһай һәм еңеүселәрҙе бал-маскарадта бүләкләү матур йолаға әйләнгән.
Хәлил. Хаҡлы ялдағы Ғәлимә Мөжәүированың ҡапҡа тышында йылдағыса әкиәти ҡар ҡаласығы хасил булды. Был мөғжизәне Ғәлимә инәйҙең ейәне Вәғиз Әхмәтовтың оҫта ҡулдары тыуҙырған. Рәйлә һәм Ишдәүләт Күсәрбаевтарҙың, педагогик хеҙмәт ветераны Нәфисә Фәрхитованың йорто алдында шулай уҡ ҡар һындар, һырғалаҡтар барлыҡҡа килде, шыршы биҙәлде.
Әбделмәмбәт. Ленин урамының түбәнге осонда йәшәүсе күршеләр – Рәфис Дияров, Руслан Ғибәҙәтов, Нур Мусин, Мират Ырыҫбаев күмәк көс менән бала-сағаларҙы онотолмаҫ байрам бүләге эшләп ҡыуандырҙы. Йыл һайын конкурстан ситтә ҡалмаған Гөлйөҙөм Юнысова был юлы ла ҡарҙан үҙенсәлекле һындар яһаған.
Мәхмүт. З. Вәлиди урамында йәшәүселәр йылдағыса бергәләшеп ҡар ҡаласығы эшләгән. Ойоштороусы Тимур Баҡыевтың энтузиазмы маҡтауға лайыҡ. Наил Килдейәровтың йорто алдында күңелле шау-шыу әле булһа тынмай. Каникулдар осоронда хужа балалар өсөн ярыштар, уйындар үткәргән, бағымсылары ла табылған– эшҡыуарҙар, депутат бүләктәр менән тәьмин иткән. Клара һәм Зәки Ильясовтар бәйгелә беренсе тапҡыр ҡатнашҡан. Байрамса биҙәлеш, ҡарҙан яһалған скульптуралар уларҙың төҙөк, күркәм донъяларына тағы ла йәм өҫтәгән.
Ишбулды. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, «ҡар юҡ» тигән сәбәпкә һылтанып, күп урамдар конкурстан ятып ҡалһа, сәмле ишбулдылар юҡ ҡарҙы ла бар итеп өй һайын тиерлек һындар әүәләгән. Оҫталар ауылында шулай булырға тейештер ҙә. Ғайса Шөғүров, Вилдан Шәмсетдинов, Гүзәл Боҫҡонова, Ғәбдинур Шөғүров, Әхтәм Боҫҡонов, Ғайсар Хажин, Динар Хәлисов, Фирүзә Әсәҙуллина, Гүзәл Хәйбуллина, Филүзә Хәлисова өй-ҡапҡа алдарына иҫ киткес фигуралар эшләп ҡуйған.
Конкурсты ойоштороусылар бәйгелә ҡатнашыусыларҙың береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманған. Еңеүселәргә грамота, бүләк тапшырған, ҡалған ҡатнашыусыларҙы ла байрам күстәнәсе менән ризалатҡандар.
Читайте нас: