-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Ғинуар 2019, 17:13

Һыу буйында балыҡсы…

Күлдәр, йылғалар буйы балыҡ тотоп, үҙҙәренә ял алыусылар менән тулы.

Әбйәлилдең тау-урмандары, йылға-күлдәре үҙенең ҡабатланмаҫ матурлығы менән йыл әйләнәһенә ял итеүселәрҙе йәлеп итә. Әле ҡышҡы селлә булыуына ҡарамаҫтан, күрше тирә район-ҡалалар халҡы беҙгә тауҙарҙа шыуырға, саңғыла йөрөргә киләләр. Шулай уҡ күлдәр, йылғалар буйы ла балыҡ тотоп, үҙҙәренә ял алыусылар менән тулы.
Көн яңы яҡтырып килгән ваҡыт булһа ла, Суртанды буйында биш-алты урында машиналар туҡталҡалары барлыҡҡа килгән, ә күл өҫтө балыҡсылар менән тулы ине.
— Бөгөн бит шаршамбы ғына,
ял көндәрендә айырыуса халыҡ күп була, әйтерһең дә һабантуй бара. Күл өҫтө көндөҙ
генә түгел, төндә лә балыҡ тотоусылар менән тулы, — ти әүмештәр. — Әйҙә рәхәтләнеп
ял итһендәр, балыҡ ҡармаҡлаһындар, тик үҙҙәренән һуң сүп-сар өйөмдәре ҡалдырмаһалар,
тәбиғәтебеҙгә зыян килтермәһәләр шул.
Читайте нас: