Асҡарҙа декабрь айында ойошма-учреждениеларҙы Яңы йыл байрамына иң матур итеп биҙәүгә конкурс иғлан ителгәйне. Был эшкә ихлас тотондо район үҙәгендә эшләүселәр. Биналарҙың тәҙрәләрен сағыу гирляндалар балҡытты, неон ленталары сихри төҫ менән яҡтырҙы. Киске Асҡар мөғжизәле бер әкиәти ҡаласыҡҡа оҡшап ҡалды.
Ҡайһы бер ойошмалар, учреждениелар үҙҙәре эшләгән бинаны байрамса биҙәүгә яңылыҡ та индерҙе: кемдер яҡтырып торған баннерҙар эшләтһә, берәүҙәр инеү урынын балҡып торған яуапҡа рәүешендә яһаны. Пенсия фонды идаралығы, үҙәк дауахана, Йәштәр йорто, Урал аръяғы УЭМВС-ы, янғын һүндереү часы, эске эштәр бүлеге һәм башҡалар айырылып торҙо. Биҙәлеште Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Дамир Харрасов етәкселегендәге махсус комиссия баһаланы. Улар үҙенсәлекле алымдарға, эстетикаға, яңылыҡ индереүгә, төҫтәр һайлауға иғтибар бирҙе.
Һөҙөмтәлә комиссия иң шәп һәм сағыу биҙәлгән учреждение тип үҙәк район китапханаһын билдәләне. Зөлхиә Исхаҡова етәкләгән китапхана 5 мең һум премия менән бүләкләнде. Үҙәкләштерелгән бухгалтерия (А. Нурғәлина) икенсе урын һәм 3 мең һум премия алды. Өсөнсө урынды яулаған Әбйәлил урмансылығы (З. Абдуллин) 2 мең һум аҡса алды.
Бынан тыш юл ремонт-төҙөлөш идаралығы (Р. Аҡсурин) «Традицияға тоғролоҡ өсөн» номинацияһында билдәләнеп, шулай уҡ премияға лайыҡ булды.