+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ғинуар 2019, 13:05

Әбделғәзе ауылының үҙ флагы бар

Әбделғәзегә килгәндәрҙе ҡаршы алған, сәфәр сыҡҡандарға хәйерле юл теләп оҙатып ҡалған Бурһыҡ тауы башына байраҡ ҡуйылды.

Әбделғәзегә килгәндәрҙе ҡаршы алған, сәфәр сыҡҡандарға хәйерле юл теләп оҙатып ҡалған Бурһыҡ тауы башына байраҡ ҡуйылды.
2015 йылда үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында тамырҙары Әбделғәзегә тоташҡан Асҡарҙа йәшәүсе Салауат Рәхимовтың инициативаһы буйынса урындағы хакимиәттең ярҙамы менән бында ауылдың атамаһы яҙылған баннер урынлаштырылды. Салауат ағай тәҡдим иткәнсә бурһыҡ төшөрөлгән логотипты әбделғәзеләр хуплап ҡабул итә. Иретеп йәбештереү эштәрен башҡарған идея авторы бер ыңғай байраҡ ҡуйырға флагшток та эшләй. Һәм бына, ниһайәт, Бурһыҡ тауы башында ауылдың флагы елберләне. Уны эшләтеүгә бөтә ауыл менән аҡса йыйғандар. Флагта шулай уҡ бурһыҡ кәүҙәләндерелгән.
Байраҡты күтәреү, ҡуйыуҙы әбделғәзеләр ҙур байрамға әйләндерҙе. Сарала депутат Рафиҡ Өмөтҡужин, башланғыс мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Флагты Салауат Ситдиҡ улы «Инфинити» реклама агентлығынан эшләтеп алып килде. Сарала ҡатнашыусыларҙы клуб мөдире Әлфиә Ғәлләмова етәкселегендәге «Ғәлиә» фольклор ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары тәмле аш-һыу әҙерләп килтереп, самауыр ҡайнатып, ҡайнар сәй менән һыйланы.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.


Читайте нас: