+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ғинуар 2019, 12:39

Хыялға табан. Фәдис Иҙрисов блогы

Бөгөн — Рәсәй студенттары көнө.

Бөгөн мин «Бәйләнештә» сайтында тап ошондай исем аҫтында төркөм алып барған егеттең яҡты уй-хыялдары һәм әлеге ваҡытҡа, үҙенең 20 йәшенә, өлгәшкән уңыш-ҡаҙаныштары тураһында һөйләмәксемен. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ һәм БДУ ҡарамағындағы дәүләт идаралығы академияһы студенты Фәдис Иҙрисов булыр ул.

Фәдис — Асҡар егете. Таһир Кусимов исемендәге гимназияла белем алған. 2-се класта ата-әсәһе малайҙы үҙ теләге буйынса «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексына таэквондо секцияһына алып килә. Фәдистең спортҡа ылығыуының башланғысы ошо. Дүртенсе класҡа еткәс, ҡыҙыҡһыныуҙары кинәт сәнғәт юҫығына борола. Ата-әсәһен иҫкәртеп тә тормаҫтан, сәнғәт мәктәбенең ҡурай класына яҙыла. Әйткәндәй, 10 йәшлек сағындағы үҙаллылығы һәм тәүәккәллеге уны бөгөн дә оҙатып бара. 8-се класта үҫмер гимназияла, Гөлназ Ғәбитова етәкләгән «Йәйғор» бейеү ансамблендә шөғөлләнә башлай, бер йылдан Радик Хәлиловтың «Сулпан» өлгөлө ансамбленә күсә. Бер үк мәлдә бокс менән мауыға. Мәктәп бейеү коллективының солисын «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленә саҡыралар. Һәләтле егет райондың ҡурайсылар ансамбле составында ла уйнай.

Ҡулына тик яҡшы билдәләр генә биҙәгән аттестатын алғас, Фәдис БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетын һайлай. Студент тормошо тиктормаҫ, эҙләнеүсән егет алдында киң офоҡтар аса. Башкөллө уҡыуға бирелеп кенә ҡалмай, уҡыуҙан тыш ваҡытын да файҙалы үткәрә. Әйтергә кәрәк, әле университеттың IV курсына еткән егет гел «бишле»гә өлгәшә, юғары дәүләт академия стипендияһын ала. Көндөҙгө бүлектә бер юлы ике юғары белем алыуы уның ни ҡәҙәр тырыш, маҡсатлы кеше булыуы хаҡында һөйләй. Йәш яҡташыбыҙ Башҡортостан, БДПУ исеменән халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй кимәлендәге форумдарҙа ҡатнаша. Ҡаҙағстанда мәғариф, Мәскәүҙә «Рәсәй студенты» форумдары, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы йүнәлтмәһе буйынса Мәскәү халыҡ-ара мәғариф салоны эшенә ҡатнашлыҡ ҡылған. Быларҙан тыш үҙен күп яҡлы талант эйәһе итеп танытҡан Ф. Иҙрисов Башҡортостан делегацияһы составында Ҡурған өлкәһендә уҙған «Яңы тулҡын» йәштәр форумында, Сочиҙа ойошторолған XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә, Ставрополдә үткән «Рәсәй студент яҙы» сараһында ҡатнашҡан.

Фәдистең иң етди мауығыуҙарының береһе — бейеү. Бейеүгә тартылыуы I курстан университеттың «Ете ырыу» ансамбленә алып килә. Баштан солист була, II курста коллективтың етәксеһе итеп тәғәйенләнә һәм өсөнсө йыл инде арымай-талмай был вазифаны тарта. «Ырыу»ҙаштары менән бик күп сәхнәләрҙә сығыш яһайҙар, төрлө фестивалдәрҙә еңеү яулайҙар. Алыштырғыһыҙ солист-етәксенең яратып башҡарған яңғыҙ бейеүҙәре лә бар: «Рекрут»ты мәктәп йылдарында уға Радик Зиннур улы өйрәткән. Республиканан сит тарафтарҙа Фәдистең «Рекрут», «Бөрйән егеттәре» бейеүҙәрен һәм ҡурай моңдарын көслө алҡыштар менән оҙаталар. Туҡтауһыҙ үҫеш, камиллашыу юлында булған егет дуҫтары – Ташбулаттан Илнар Байбулов һәм Ассынан Зиннур Харрасов менән «Осҡон» триоһын ойоштороп былтыр «Байыҡ» телефестивалендә ҡатнаша, өсөнсө урынға лайыҡ була. Фәдис өсөн был «Байыҡ» сәхнә-һендә беренсе сығыш түгел. Тәүге сирҡаныуҙы мәктәп йылдарында уҡ алған: «Сулпан» өлгөлө балалар ансамбле менән «Балалар Байығы»-нан I урын яулап ҡайтһалар, бынан аҙаҡ уҡыусылар тәжрибәле бейеүселәр менән бер ҡатарҙан өлкәндәр араһында «Байыҡ»та ҡатнаша, Фәдискә тағы ла «Йәшлек» ансамбле егеттәре менән телефестивалгә барырға яҙа.

Егеттең ижади тормошонда театр айырым урын биләй. БДПУ янындағы «Ҡорос» халыҡ театрына осраҡлы ғына килеп эләгә. Ҡаҙағстанға халыҡтар берҙәмлеге фестиваленә йыйынған әртистәр бейеүсе һәм ҡурайсы кәрәк тип, үҙҙәре менән I курстан Фәдисте лә сәфәргә саҡыра. Унан ҡайтҡас, коллективтан айырылмай, тауыш операторы булып йөрөй. Театр етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡмановтың бер спектаклдә бәләкәй генә роль биреүенән башлана ла инде Фәдистең яңы амплуала тыуҙырған образдары. Былтыр студенттар сәхнәгә ҡуйған «Тиле йәшлек»тә төп роль — Зөлҡәрнәйҙе уйнауы уның актер булараҡ өлгөрөп етеүе хаҡында һөйләй. Был тамаша менән «Ҡорос»тар үткән йәй һәм көҙҙә Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Учалы, Баймаҡ райондарында гастролдәрҙә йөрөгән. Яңыраҡ Балтаста «Тамаша» республика фестивалендә ошо спектакль менән гран-при яулағандар. Ысын әртистәрҙән һис кәм уйнамаған Ф. Иҙрисовты «Нур» татар театры эшкә саҡырған хатта.

Әбйәлил йәштәре берлеге үткәргән бер сара ла Фәдисһеҙ үтмәй. Ул иң шәп ойоштороусы, идея генераторҙарҙың береһе. Ҡышҡы каникул мәлендә берлек активистары Әбйәлил башлығы менән осрашты. Хакимиәттә һөйләшеп килешелгәнсә, февралдә район йәштәре, мартта уҡыусылар форумдары үткәрергә әҙерләнәләр.

Фәдис әбйәлилдәрҙең «Тетрис» командаһында башҡорт КВН лигаларында уйнарға ла өлгөрә. Үҙен физик яҡтан яҡшы формала тотоу өсөн аҙнаға өс тапҡыр тренажер залында шөғөлләнеүгә, бассейнға йөрөүгә ваҡыт бүлә. Кикбоксинг менән шөғөлләнә, әйткәндәй, ул бокс буйынса спорт мастерлығына кандидат. Физик яҡтан көслө егет факультеттың спорт комитеты рәйесе лә. Әлбиттә, баш ҡалала фитнес, спорт клубтарында шөғөлләнеү арзан түгел. Йәш блогер инста-грамдағы сәхифәһендә уларҙың рекламаларын ҡуйып, үҙен йыллыҡ бушлай абонементтар менән тәьмин итә. Ғөмүмән, замана студенты матди яҡтан бойондороҡһоҙ, ата-әсәһенән бер тин аҡса алмай, юғары стипендияһы, интернетта эшләгән, корпоративтарҙа, банкеттарҙа сығыш яһағандан алған табышы иҫәбенә йәшәй.

Йәйге каникулдарында ла Фәдисте тыуған йортонда тотмаҫһың, иркәләнеп ял итеү хас түгел. Уға барыһы ла ҡыҙыҡ, бөтә яҡтан да үҙен һынау, сыныҡтырыу шарт. Бер йәйен студент Ҡырымда балалар лагерында вожатый булып эшләүгә бағышлаған, үҙебеҙҙең «Ирәндек»те лә онотмай, былтыр «Йыл вожатыйы» конкурсында еңеүсе булған. Дуҫтары менән тәбиғәт ҡосағында эскеһеҙ әүҙем ял итеүҙе үҙ итә. Ҡырҡты, Ҡараташ, Тағанташ, Ирәмәл, Айгир — тауҙарға, ҡаяларға артылыу, бейеклектәрҙе яулау уның бөтә булмышын асып һала. Егеттең хыялға табан юлы ла шулай тырышлыҡ-тырмашыуҙар менән ярыла. «Бәйләнештә» сайтындағы «Хыялға табан» блогын үҙенең шәхес булараҡ һәм һөнәри яҡтан үҫеш баҫҡыстарын аҙымлап сағылдырыу маҡсатында булдырған.

— Бизнес буйынса пландар ҡорам. Киләсәктә үҙемде дәүләт идаралығы системаһында күрергә теләр инем. Икенсе юғары белемде ошо юҫыҡта алам. Ижади мауығыуҙарым, спортҡа ҡомарым ғүмер буйы дәрт-көс биреүсе рухи сығанаҡтарым булып ҡаласаҡ. Ҡайҙалыр сит яҡтарға китергә тигән юғары маҡсаттар менән йәшәмәйем. Минең өсөн үҙ еремдә, үҙ халҡыма кәрәкле кеше булыу мөһим. Әбйәлилгә ҡайтыу тураһында ла уйлайым. 25 йәшемә тиклем бөтә донъя буйлап сәйәхәт итергә тигән ниәтемде лә ысын итәһе бар. Кеше иң дыуамал хыялдарын ғаилә ҡорғанға тиклем тормошҡа ашырырға тейеш, — ти ул.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: