+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ғинуар 2019, 12:20

Изге һөнәр эйәһе

Ҡырҡ йылдан ашыу Әбйәлилдең Әүмеш ауылы халҡы һаулығы һағында торған Сәфинә Гәрәева кеше хәленә инеүсән, тәжрибәле белгес.

«Ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә, ябай ғына уңайлыҡтар ҙа булмауға ҡарамаҫтан, ҡатмарлы шарттарҙа, көн һайын кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен ҡотҡарған медицина хеҙмәткәрҙәренә айырыуса рәхмәт белдерәм. Ҡырҡ йылдан ашыу Әбйәлилдең Әүмеш ауылы халҡы һаулығы һағында торған Сәфинә Гәрәева кеше хәленә инеүсән, тәжрибәле белгес. Ул ауылдаштарының хаҡлы абруйы менән файҙалана» — ошондай һүҙҙәр яңғыраны республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә.

Бик күп ябай эшсәндәр менән бер рәттән был тантанала ҡатнашҡан Сәфинә Хатип ҡыҙын бар республиканан йыйылған халыҡ хөрмәтләп, алҡышланы ул көндө. Күп тә тормай яҡташыбыҙға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ хеҙмәткәре» тигән юғары исем бирелде. Шулай итеп, бар ғүмерен кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлауға бағышлаған Сәфинә Гәрәеваның хеҙмәте лайыҡлы баһаланды.

Мәктәпте тамамлау тураһында аттестат алыу менән Бикҡол ҡыҙы Сибай медицина училищеһының фельдшерҙар әҙерләү бүлегенә уҡырға инә. Дипломлы йәш белгесте йүнәлтмә буйынса эшкә тыуған районына тәғәйенләйҙәр. Асҡар дауаханаһы етәкселеге үҙ сиратында уны Әүмеш ауылына фельдшер итеп ебәрә.

— Был 1975 йыл ине. Мин эшкә килгәнсе Әүмештә медпункт булмаған. Ҡасандыр мәктәп, китапхана булып хеҙмәт иткән йортто ФАП итеп ҡулайлаштырып бирҙеләр. Унан инде кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин иттеләр, — тип хәтерләй тәүге хеҙмәт йылдарын Сәфинә Хатип ҡыҙы.

Медпункт бөгөн дә ошо уҡ бинала. Ауылға күптән газ килһә лә, ФАП-ҡа «зәңгәр яғыулыҡ» инмәгән, сөнки бина талаптарға яуап бирмәй.

Шулай ҙа иҫке тип тормай, пунктты Сәфинә Хатип ҡыҙы бөхтә, таҙа тота. Тик ауылға интернет үтмәгәс, компьютер аша Таштимер, Асҡар үҙәк дауаханалары менән бәйләнеш тотоп булмай. Бар мәғлүмәттәр ҡулдан яҙыла.

Бөгөн ауыл урамдарында элекке һыу үткәргес булмағас, колонкалар ҙа юҡ. Ә эштә фельдшерға һыу мотлаҡ кәрәк. Ахыры өйөнән ташый. Быны ла ауыр эшкә һанамай ул. Бина алдын таҙартыу ҙа үҙенең иңендә. Ғөмүмән, әллә ни уңай-лыҡтар булмаһа ла, зарланмай, үҙ эшен теүәл, еренә еткереп үтәүен дауам итә. «Эшеңде яратыу, диагнозды дөрөҫ ҡуйыу, ҡарарҙы тиҙ һәм аныҡ ҡабул итеү — сирленең ғүмерен ҡотҡарыуҙа төп шарттар», — тип иҫәпләй әңгәмәсем.

Эшкә килгән мәлдә Әүмештә 760 кеше иҫәпләнә, балалар күп була. Бынан тыш, фельдшерға ауылдарында медпункт булмаған Айыуһаҙы менән Яңы Һамар халҡының сәләмәтлеге өсөн дә яуаплылыҡ йөкмәтелә. Айыуһаҙыла — 700, Яңы Һамарҙа 400-ләп кеше йәшәй. Шулай итеп, йәш медикка өс ауыл халҡын хеҙмәтләндерергә тура килә.

— Ауылда бит сәғәтләп эшләп булмай. Кемдер ауырып китһә, шунда уҡ, хатта икенсе ауылға, ярҙамға ашығаһың. Ауылдарҙа ул мәлдәрҙә телефон булмағас, «Тиҙ ярҙам» машинаһы ла саҡыртып булмай. Бар белгәнеңде, көсөңдө һала-һың инде дауалауға. Айы-рыуса ауыр осраҡтарҙа ниндәй транспорт була, шуның менән сирлеләрҙе Асҡар йә Магнитогорск дауаханаһына оҙата китәһең… — тип хәтирәләр йомғағын һүтеүен дауам итә Сәфинә апай.

Эйе, ауыл фельдшеры элек-электән урындарҙа табип ролен үтәй, шуға ла халыҡ та яратып уларҙы «доктор» тип кенә йөрөтә. Иғтибарлы, ихтирамлы, үҙ бурыстарына ифрат яуаплы ҡараған белгесте урындағы халыҡ тәүге көндәрҙән үк яратып ҡабул итә.

Әүмеш ауылы оло юлдан ситтә ята. Оҙаҡ йылдар дауамында ул яҡтарға автобус маршруттары бөтөн-ләй булмай. Бөгөн, Йәлем-бәттә төшөп ҡалған хәлдә лә, тағы ла 5-6 саҡрым йәйәү атларға кәрәк.

— Элек күпләп дарыу-ҙар алып ҡайтып һата торғайныҡ. Автобус йөрөмәгәс нимә етте, шуға эләгеп бараһың-ҡайтаһың. Ул йылдарҙа редакцияла эшләгән Илдар Мөхәмәтов (хәҙер мәрхүм — авт.) һәм «Сельхозтехника»ла водитель булған Радик Мөхөтдинов дарыуҙарымды ташыны. Сумка-сумка дарыуҙарҙы әйтеп аптекала, йә булмаһа өйҙәренә ҡалдырып китә инем. Ҡайтҡандарында алып килерҙәр ине, — ти Сәфинә апай бөгөн дә рәхмәтле егеттәргә.

1988 йыл Айыуһаҙыға фельдшер килә, унан 1993 йылда Яңы Һамарҙа ла медпункт асыла.

Ә Сәфинә Гәрәева үҙе төпләнеп ҡалған Әүмеш халҡына медицина хеҙмәте күрһәтеүен дауам итә.

Элек ФАП-та санитарка штаты була. 20 йыл тирәһе Әлмира Ғәзизова менән ҡулға-ҡул тотоношоп, ярҙамлашып эшләйҙәр. Ул саҡтарҙа бинаны ла утын яғып йылыталар.

Бәхетен дә ошо ауылда таба ул. Баҫалҡы, уңған ҡыҙ ошо ауыл егете Рәсих Гәрәев менән киләсәген бәйләп, матур итеп йәшәп китәләр. Ғаиләлә бер-бер артлы өс бала донъяға килә. Тик 19 йыл йәшәгәндән һуң ире, ҡапыл сирләп, мәрхүм була.

Был ауыр ҡайғыны күтәреүе еңел булмай Сәфинә апайға. Хатта инде Магнитогорск ҡалаһына күсеп китергә лә йыйына. Ауылда эшләп, бай тәжрибә туплаған фельдшерҙы ҡала дауаханалары эшкә ҡушҡуллап алырға теләк белдерә, фатир ҙа вәғәҙәләйҙәр.

Әммә оҙаҡ уйланғандан һуң, тыуған төйәгендәй яҡын булған Әүмеште ташлап китеп, ситтә тынғы тапмаҫын аңлай һәм бар ҡайғыһын балаларына баҫып йәшәүен дауам итә. Бөгөн улы Наил менән ҡыҙы Гөлшат Магнитогорск ҡалаһында үҙ ғаиләләре менән йәшәй, Гөлнара Красная Башкирия ауылында төпләнгән. Һәр ҡайһыһы өсәр бала үҫтерә.

Әйткәндәй, ҡалала тыуып үҫкән ейәнсәре Гөлиә бөгөн өләсәһе янында.

— Минең менән ауылда йәшәргә теләге ҙур булғас, уҡыуға Таштимер мәктәбенә бирҙек. Ҡалаға барһа ла оҙаҡҡа сыҙамай, ауылды һағынып ҡайтып инә, — ти өләсәй.

Бөгөн фельдшер 141 кешенең сәләмәтлеге өсөн яуаплы, уларҙың күбеһе — өлкән йәштәгеләр. Мәктәп йәшендәге 17 баланың һаулығы ла даими күҙәтеүгә алынған.

— Ауыл кешеләре сирләп китеп, дауаханаға барһа, табип уға тәғәйенләгән уколдарҙы һалам. Даими рәүештә ҡан баҫымын үлсәтергә йөрөүселәр күп. Кемгәлер ашығыс ярҙам талап ителә. Диспансеризация үткәндә ауыл халҡының барыһына ла карточка тултырам, уларҙы Йәлембәт йәки Яңы Һамар ауылдарына алып барып, күсмә диспансеризация үткәреүҙә булышам, — тип һөйләй фельдшер.

Әүмештә яңы йорттар һалыныуы күҙгә ташланды, был ауылдың киләсәге барлығына ышаныслы ишара.

— Ауылда йәштәр юҡ, «дача ҡасабаһы»на әйләнеп барабыҙ. Эйе, яңы йорттар күтәрелә, әлбиттә, әммә барыһы ла бында ял көндәренә, отпуск мәлдәренә генә ҡайта. Пенсияға сыҡһалар ҙа, барыһы ла ҡайтып төпләнер тип әйтеп булмай, — тип яуапланы ул.

Ауылдың киләсәге өсөн борсолоп, ыңғай үҙгәрештәргә ҡыуанып ғүмер кисерә һәр ауылдашының йөрәк тибешен тойған, кемдең ни менән сирләгәнен, уға ҡайһы ваҡытта ниндәй ярҙам кәрәклеген яҡшы белгән фельдшер.

Ауылдаштары ла оло хөрмәт күрһәтә, ихтирам итә хеҙмәт ветеранын. Шулай булмай һуң, ҡырҡ йылдан ашыу кеше һаулығында тороу ни ҡәҙәре оло хеҙмәт бит.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: