+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Февраль 2019, 13:30

Компьютерҙы биш бармаҡ кеүек белергә

Район инвалидтар йәмғиәтенең «Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле граждандар өсөн компьютер грамотаһы» проекты былтыр конкурста еңеп сығып, 486 мең һумлыҡ Президент грантына лайыҡ булды.

Район инвалидтар йәмғиәтенең «Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле граждандар өсөн компьютер грамотаһы» проекты былтыр конкурста еңеп сығып, 486 мең һумлыҡ Президент грантына лайыҡ булды.
Грант аҡсаһын йәмғиәт алдан күҙалланғанса сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле граждандарҙы компьютер грамотаһына өйрәтеүгә йүнәлтә. Күпселек ваҡытын өйҙә уҙғарыусылар өсөн был ҙур мөмкинлектәр асасаҡ: тәү сиратта скайп, социаль селтәрҙәр ярҙамында аралашыу уларҙы яңғыҙлыҡтан арындырһа, электрон дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланыу пенсия мәсьәләләрен хәл итеүгә, алдан табипҡа яҙылыуға, төрлө белешмә-документтар юллауға бәйле һорауҙарын хәл итергә, өйҙән сыҡмайынса коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләмдәрҙе башҡарыуға, башҡа заказдар эшләүгә булышлыҡ итәсәк. Бөгөн күптәр интернет-бизнес менән шөғөлләнә, бәлки, компьютерҙа эшләргә өйрәнгәс, был юҫыҡта эш асыусылар ҙа булыр, тигән фекерҙә инвалидтар йәмғиәте эшен етәкләүсе Н. В. Әҡсәнова.
Компьютер грамотаһы курстарында 80 кешене уҡытыу планлаштырыла. Уҡытыу ваҡыты 1 марттан 30 сентябргә тиклем осорҙо аласаҡ. Ошо ваҡыт арауығында уҡыусыларҙың һәр береһе 15 сәғәтлек уҡыу программаһын үтеп, компьютерҙа үҙ аллы эшләргә өйрәнергә тейеш. Грант саралары иҫәбенә дәрестәрҙе алып барасаҡ ике белгескә эш хаҡы түләү һәм ике ноутбук һатып алыу ҡаралған. Проектты софинанслауға район хакимиәте лә өлөш индерергә тейеш, ти Нәсимә Вәйес ҡыҙы.
1 февралдән район инвалидтар йәмғиәте проектта ҡатнашырға теләүселәрҙән заявкалар ҡабул итә башланы. Компьютер грамотаһына өйрәнергә теләүсе сәләмәтлек мөмкинлектәре булған граждандар 2-04-86, 8-960-387-57-50 телефондары буйынса курстарға яҙыла ала.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас: