+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Февраль 2019, 12:37

Намыҫлы хеҙмәт өсөн награда

Рәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәренең федераль хеҙмәте яҡташыбыҙ Ғ. Ғ. Шөғүровты III дәрәжә «Отличие өсөн» миҙалы менән бүләкләне.

Рәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәренең федераль хеҙмәте яҡташыбыҙ Ғ. Ғ. Шөғүровты III дәрәжә «Отличие өсөн» миҙалы менән бүләкләне.

Ишбулды ауылында тыуып үҫкән Ғәфүр Шөғүров мәктәпте тамамлағас та Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһына инә. Был уҡыу йортонда егет иретеп-йәбеш-тереүсе, автомобилдәр йүнәтеү буйынса слесарь һөнәрен үҙләштерә. Унан инде ил алдындағы изге бурысын үтәү өсөн ҙур теләк менән хәрби хеҙмәткә юллана.

Хеҙмәт итергә Сыктывкар ҡалаһына эләгә ул. Тейешле бер йыл хеҙмәт итеү мөҙҙәтен тултырғас, контракт буйынса хеҙмәтен дауам итергә ҡарар итеп, рапорт яҙа.

Унан инде Ғәфүр Ғәбдинур улы Чечняға хәрби командировкаға ебә-релә. 2007 йылдан алып ун йылдан ашыу ошо республиканың именлеге һағында тора ул. Уҙған йыл аҙағында демобилизациялана.

Ғәфүр кәләше Гүзәл Йәүҙәт ҡыҙы менән Диана исемле ҡыҙыҡай үҫтерә. Бөгөн ул алыҫ Себер яҡтарына вахта ысулы менән эшкә йыйына, сөнки үҙе әйтеүенсә, йорт һалырға кәрәк бит.

— Әбйәлил, Башҡортостан исеменә тап төшөрмәй намыҫлы хеҙмәт итеүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм һәм тыныс тормошта ла һынатмаҫһығыҙ тип ышанам, — тине райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин Ғәфүр Ғәбдинур улына лайыҡлы награданы тапшырып.

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: