+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Февраль 2019, 11:49

Ил һағындағы ябай һалдат

Уның тураһында мәҡәлә яҙырға теләүемде белдергәс, Салауат ағай: «Зинһар, минән герой яһамағыҙ. Беҙ ни бары бойороҡто үтәүсе һалдаттар инек», — тине.

Салауат ағайҙы тәүге тапҡыр былтыр 9 май байрамында күргәйнем. Ул, Чечня, Абхазия, Грузиялағы локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡан егеттәр менән йыйын үткәреп, Еңеү парадында ҡатнашырға тип килгәйне. Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының алғы сафында, майҙанды дер һелкетеп атлаған үткер ҡарашлы уҙаман шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте. «Был бит Тупаҡтыҡы, «краповый берет» Салауат», — тиеште халыҡ араһында торған хәрбиҙәр. Әрме тураһында бер аҙ тоҫмаллауымса, «краповый» тип йөрөтөлгән берет махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙә хеҙмәт иткән, ауыр ҡаршылыҡтар һыҙаты, тулыһынса ҡоралланған килеш әллә нисә саҡрымлыҡ марш-бросок үтеп, һынауҙың аҙағында йыуан беләкле 2-3 хеҙмәттәшенә ҡаршы тора алған яугирҙәргә айырым ҡаҙаныштары өсөн бирелә. Ундай батырҙар беҙҙең районда бармаҡ менән һанарлыҡ.

«Был яугир тураһында мотлаҡ гәзиткә яҙырға кәрәк», — тигән ҡарарға килгәйнем. Әмәлгә ҡалғандай, йыл аҙағында Таштуйҙа үткән хәрби хәрәкәттәр ветерандары йыйынында С. Хөснийәровты осратып, танышырға мөмкинлек тыуҙы.

Уның тураһында мәҡәлә яҙырға теләүемде белдергәс, Салауат ағай: «Зинһар, минән герой яһамағыҙ. Беҙ ни бары бойороҡто үтәүсе һалдаттар инек», — тине.

Командирҙар бойороғон бер һүҙһеҙ үтәргә, һәр заданиены теүәл башҡарырға күнеккән, һуңғы һулышынаса ил һағында ныҡлы торған ябай һалдаттар Ҡораллы Көстәр тарихын яҙа ла инде. Быны Салауат ағайҙың олатаһы миҫалында ла күрергә була. 1942 йылда фронтҡа алынған Рамаҙан олатай Хөснийәров Совет армияһы сафында Севастополь эргәһендә фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыша. Яугир әсирлеккә эләгә һәм атыуға хөкөм ителгән еренән Дортмунд концлагерынан өс тапҡыр ҡасып ҡотола ала. Урман эсендә йәшенеп йөрөп, үҙебеҙҙекеләр яғына сығырға тырыша. Тик уны фрицтар өсөнсө мәртәбә эләктерә. «Инде үлтерерҙәр микән» тип, тағы ҡасыу яғын ҡайғыртып йөрөгәндә, уларҙы Советтар иленә союздаш Франция ғәскәрҙәре азат итә. Рамаҙан Хөснийәров һуғышты француз армияһы сафында дауам итеп, еңеү менән ҡайтып төшә. 16 балаға ғүмер бирә. Кинйәһенә, «фашист ҡоллоғонан ҡасып йөрөгәндә, урман мине ҡотҡарҙы» тип, Урманғәле исемен ҡуша.

Шулай итеп, мәҡәләм геройы Тупаҡ ауылында Урман һәм Ғәлимә Хөснийәровтарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Тыуған ауылында 9 класс белем алғас, тиҫтерҙәре кеүек, ул да Таштимер һөнәрселек училищеһына бара, фермер һәм водитель һөнәрҙәрен алып сыға.

Бәләкәйҙән дыуамал, торған ерендә ут сәсрәтер малай була Салауат. Ул заман үҫмерҙәре кеүек, Брюс Ли уйнаған кинофильмдарҙы ҡарап, шулай оҫта һуғышырға хыяллана. 4-се класта уҡ самбо, ҡул һуғышы алымдарын үҙ аллы өйрәнә башлай. Ихата эсендә ҡайҙа турник, ҡайҙа төртөп-тибеп китер өсөн «груша» яһап элеп сыға, үҙен физик яҡтан нығытыуҙы маҡсат итә.

Һөнәрселек училищеһында тренер Ихсан Ялмырҙин етәкләгән бокс түңәрәгендә шөғөлләнә.

Училище дипломы алған егет 1993 йылдың декабрендә Әбйәлилдән тағы 55 кеше менән бергә Рәсәй армияһы сафына алына. Өфөләге хәрби саҡырыу пунктында уны Ростов өлкәһе, Новчеркасск ҡалаһында урынлашҡан данлыҡлы Дон-100 дивизияһына һайлап алалар. Башҡортостандан килгән ете егет Казачий Лагерь станицаһында торған дивизияға бушҡа һайлап алынмағанлығын яҡшы аңлай — эске ғәскәрҙәр сафында булған, оператив тәғәйенләнештәге полктар 1989 йылдан алып Таулы Ҡарабах, Төньяҡ Осетия, Абхазия, Чечня һымаҡ бөтә «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә булып сыға. Һалдат һәм офицерҙар локаль бәрелештәр барған төбәктә конституцион тәртип урынлаштырыу, хәрби операцияларҙа ҡатнашыу өсөн әҙерләнә.

Биш көндән хәрби ант ҡабул итеп тә өлгөрәләр, 1994 йылдың ғинуарында С. Хөснийәровты хеҙмәттәштәре менән бергә хәрби конфликт барған Төньяҡ Осетияға «ташлайҙар». Ярты йыл Кавказ тауҙарында водитель булып хеҙмәт итә. Машина йөрөтһә лә тулы хәрби комплектта, ҡоралланған булыу кәрәк, сөнки операцияларҙың ниндәйенә генә тура килмәйҙәр.

Тәүге командировканан уңышлы әйләнеп ҡайтҡас, Салауат Урман улы дивизия яугирҙәре араһында уҙғарылған ҡул һуғышы буйынса ярышта ҡатнаша, айыу кеүек көслө дәғүәселәрен еңеп, мәртәбәле икенсе урын яулай.

Чечен Республикаһында сыуалыш башланғанда яҡташыбыҙ әле Владикавказда сираттағы командировкала була. Бер аҙҙан яуҙа сыныҡҡан, засадаларҙан сығырға өйрәнгән, иң мөһиме, бойороҡто теүәл үтәгән взводты Чечен Республикаһына тәртип урынлаштырырға ебәрәләр. С. Хөснийәров был юлы пулеметсы булып хеҙмәт итә.

Был осор хаҡында хәрби хәрәкәттәр ветерандарының береһе лә һөйләргә яратмай. Әҙәм күрмәгән вәхшилектәрҙе күреп, ҡот осҡос ут аҫтында йөрөү, иптәштәрен юғалтыу хәтирәләрен улар күңеленең иң төбөнә йәшереп һаҡлай, хатта оноторға тырыша.

Салауат Урман улының әңгәмәгә ризалашыуы үҙенең хеҙмәттәштәре — Саҡмағоштан Рауил Булатов һәм Федоровканан Нәбил Хисмәтуллин (үкенескә ҡаршы, улар икеһе лә мәрхүм) тураһында һөйләргә теләүенән ине.

«Рауил аҡыллы, етеҙ, сос, хәйләкәр ҙә, ғөмүмән, һалдат өсөн кәрәкле бөтә сифаттарға эйә булды, — тип һөйләй С. Хөснийәров. — Ниндәй генә хәлдәргә осраманыҡ беҙ уның менән, һәм дуҫымдың сослоғо арҡаһында гел имен ҡотолдоҡ. Рауил миномет менән атыуҙан янып киткән танк эсенән иптәшен ҡотҡарғаны өсөн наградаға ла тәҡдим ителде. Ике тапҡыр боевиктар засадаһына тарыныҡ, берәүһендә, 1995 йылдың март айы ине, күҙ алдыбыҙҙа взвод командиры урынбаҫары, 23 йәшлек Слава Пуханов һәләк булды... Р. Булатов менән һалдат һурпаһын башынан аҙағынаса бергә һемерҙек. Тик ҡайтҡас, оҙаҡ аралашырға насип булманы, йәл. Хеҙмәттәшем сирләп, ҡапыл ғына вафат булды. Уның иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһына барып, ихтирамымды белдереп, Рауил тураһында иҫтәлектәрем менән уртаҡлашып ҡайттым.

Федоровка егете Нәбил полк снайперы булды, йөкмәтелгән заданиеларҙы гел «отлично»ға үтәне. Ысын дуҫ, ышаныслы иптәш ине».

Нәбилдең үлеме тураһында хәбәр алғас, С. Хөснийәров бер нисә хеҙмәттәше менән һөйләшеп, ҡәберенә мәрмәрташ алып барып ҡуйырға ниәтләй. Федоровкаға китеп барғанда үҙе аварияға эләгә. «Әммә был осраҡ ниәтемде бер ҙә һүндермәне, — ти ул. — Шөкөр, дуҫтар күп, улар ярҙамында Нәбилдең тыуған ауылына барып етеп, уйыбыҙҙы тормошҡа ашырҙыҡ. Мәрхүмдең рухын ризалаттыҡ тип ышанам».

Чечен Республикаһында хәрби бурысын намыҫ менән үтәп, дивизияға әйләнеп ҡайтҡан 38 һалдаттың 14-енә Рәсәй Ҡораллы Көстәре генералы, Төньяҡ Кавказ хәрби округы ғәскәрҙәре командиры М. И. Лабунец хөрмәтләп, «краповый берет»тарҙы тапшыра.

«Мин бәхетле кеше, — ти Салауат Урман улы. — Минут һайын үлем һағалап торған төбәктән 1995 йылда иҫән-һау әйләнеп ҡайттым. Армияға оҙатып, көтөп алған, 11 йыл дуҫлашып йөрөгән һөйөклөм Земфираны кәләш итеп алдым. Ауыр хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа өйрәткән атайым Урман Рамаҙан улына, ваҡытында ҡул һуғышы, көрәш серҙәренә төшөндөргән, спортҡа ылыҡтырған Нуршат Йәнтүрин, Илһам Хөснийәров, Ҡөҙрәт Мөхмәтдиновҡа, тормошта дөрөҫ йүнәлеш биргән Таштимер һөнәрселек училищеһы педагогтарына рәхмәтлемен».

С. Хөснийәров бөгөн Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй, ҡатыны, Михайловка мәктәбе уҡытыусыһы Земфира Ансар ҡыҙы менән йорт һалып ингәндәр, Тимур һәм Розалина исемле балалар үҫтереп, өлгөлө ғаилә булып, донъя көтәләр.

...Урман бабай улына милли батырыбыҙҙың исемен бушҡа бирмәгәндер. Салауат Хөснийәров «Боевое братство» ойошмаһының район филиалына нигеҙ һалыусыларҙың, етәкселәренең береһе. Үҙенең генә түгел, иптәштәренең, ауылдаштарының хәстәрҙәре менән янып йәшәй, балаларға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә ҙур өлөш индерә.

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: