Быйылғы февраль хәрби юҫыҡта иҫтәлекле ваҡиғаларға бик бай. Советтар Союзы Геройы Т. Т. Кусимовтың 110 йыллығы айҡанлы тантаналар уҙҙы, Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 30 йыллығы киң билдәләнде. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан да ҙур байрам сараһы ойошторолдо.
Тантаналы йыйылышта ҡатнашыусы төрлө быуын ир-азаматтарын район хакимиәте һәм Советы исеменән Әбйәлил башлығы И. Т. Нафиҡов тәбрикләне.
— Бөгөн, был байрам көнөндә, беҙ тәү сиратта дәһшәтле һуғыш йылдарының бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә күтәргән ветерандарыбыҙҙы хөрмәтләйбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең исемдәре Рәсәй Ҡораллы Көстәр йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылған, улар йәш быуынды тәрбиәләүҙә өлгө булып тора. Еңеүҙең хаҡын, уны яулаусы ҡаһармандарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Иҫән ҡалған ветерандарыбыҙға ҡарата хәстәрлек күрергә, яуҙа ятып ҡалғандар һәм һуғыштан ҡайтҡас вафат булған фронтовиктар тураһында яҡты хәтер һаҡларға бурыслыбыҙ, — тине Илдар Таһир улы. Район башлығы һәр дәүерҙең үҙ батырҙары булыуын билдәләне. Афған һуғышында, Чечнялағы локаль бәрелештәрҙә, башҡа «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә әрме бурысын үтәгән яҡташтарҙы тәрән ихтирам менән телгә алды. Әлеге көндә ил һағында тороусы 177 яҡташыбыҙға тыуған тупһаларға имен-һау ҡайтыуҙарын теләне. Әүҙем йәшәү рәүеше, йәш быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүгә индергән өлөшө һәм Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 30 йыллығы айҡанлы Илдар Өмөтҡужин һәм Рафаэль Фәхретдиновҡа район хакимиәтенең рәхмәт хатын тапшырҙы.
Район хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин Рәсәй тарихы батырлыҡ һәм рух ныҡлығын, ватансылыҡ һәм Тыуған илгә мөхәббәт тойғоһон сағылдырған хәрби дан биттәренә бик бай тине. Хәҙерге көндә лә Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итеүселәрҙең, шул иҫәптән яҡташтарыбыҙҙың, хәрби бурысын намыҫ менән үтәүен, дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлау һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һағында уяу тороуҙарын билдәләне.
Рөстәм Миңлеғәле улы Афған ветерандарына «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһенең Почет грамоталарын тапшырып үтте. Ойошма рәйесе Альберт Шаһиморатов ҡул ҡуйған грамоталарҙа Самат Фәхретдинов, Йәмил Шаһимәрҙәнов, Әхмәт Ғәлиәкбәров һәм Исмәғил Билалов ветерандар хәрәкәтен үҫтереүгә индергән өлөшө, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыуҙары һәм Афғанстандағы махсус операцияның тамамланыуына 30 йыл тулыу айҡанлы бүләкләнә, тиелгән.
1968 йылдың 24 октябрендә СССР һәм Чехословакия хөкүмәттәре килешеүе нигеҙендә төҙөлгән Үҙәк ғәскәрҙәр төркөмөнә былтыр 50 йыл тулды. Уның ветерандары Мөхәррәм Бейешев, Ишбирҙе Вәлиуллин, Рәшит һәм Тимерғәле Вафиндар, Абрар, Мәсғүт, Миҙхәт Ғайсиндар, Әүхәҙи Ҡарамырҙин, Әүхәҙи һәм Самат Килдейәровтар, Юлай Муллабаев, Ишдәүләт Мырҙабаев, Фәрит Рысҡужин, Рәйес Рәхимов һәм Ғәйнетдин Ғиләжев юбилей миҙалдары менән бүләкләнде.
Байрам концертынан да хәрби дан, еңеү рухы бөркөлдө. Район мәҙәниәт йортоноң инструменталь ансамбле (етәксеһе И. Дәминдаров) хәрби йырҙарға теҙмә тәҡдим итте. Буласаҡ һалдаттар — Динир Шакиров, гимназиянан «Талисман» вокал ансамбле малайҙары Тамерлан Әбүшахманов менән Арслан Фәттәхов йырҙары менән дәртләндерҙе. Илмир Үҙәнбаевтың «Генерал Игзаков» бейеүе тарихи шәхесте һынландырҙы. «Сорнай» балалар бейеү ансамбле (етәксеһе Лилиә һәм Радик Хәлиловтар) «Кусимов ейәндәре» тигән өр-яңы бейеү менән сәхнәне дер һелкетте. Красная Башкириянан Юлия Винидиктова, Асҡарҙан Люциә Оморҙаҡова, Заһит Ғәбитов хәрби тематикаға йырҙары менән рухландырҙы, тетрәндерҙе, хисләндерҙе. Ташбулаттан Ибраһим Ишбулдин, Ҡырҙастан Роза Хәйруллина, Михайловканан ҡатын-ҡыҙҙар триоһы йырҙары, «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыштары байрам кәйефен күтәрҙе.