+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Март 2019, 11:39

Яҡут балаларын рус теленә өйрәтеүсе башҡорт егете

Асҡар ауылы егете Радик Малыбаев, Яҡут (Саха) Республикаһында уҡытыусы булып эшләй!

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда ҡырҙа эшләүсе яҡташтарҙы республикаға ҡайтарыу кәрәклегенә айырыуса баҫым яһағайны. «Ярты ғүмерен Себерҙә уҙғарып, ғаиләһен, бала-сағаһын күрмәгән ирҙәргә, бында яңғыҙ донъя көткән ҡатындарға ауыр», — тине ул. Эйе, илебеҙҙең һалҡын төбәгендә тир түгеүселәр күп беҙҙә. Ғаиләле, өлкәнерәк уҙамандар балаларҙы уҡытырлыҡ, йорт-ҡураны төҙәтерлек аҡса эшләйем тип, ауылда эш таба алмай аптырғанлыҡтан Себер тарафтарына вахтаға юлланһа, йәшерәк саҡта ер-һыу күрәйем, тәжрибә туплайым, тип эшкә китеүсе егеттәр ҙә бар. Кемеһе водитель, икенсеһе иретеп йәбештереүсе, өсөнсөһө нефтсе һәм башҡа һөнәрҙәрҙе үҙләштерә улар. Ә бына бөгөнгө мәҡәләм геройы, Асҡар ауылы егете Радик Малыбаев, Яҡут (Саха) Республикаһында уҡытыусы булып эшләй! Рәсәйҙең иң һыуыҡ төбәктәренә ниндәй елдәр ташланы был егетте? Ошо һорауҙарға асыҡлыҡ эҙләп, яҡташыбыҙҙы мессенджер аша эҙләп таптым.

Асҡар ауылында йәшәүсе матур, татыу, мөхәббәтле ғаилә — Гөлназ һәм Илфат Малыбаевтарҙың өлкән улы Радик. Иркә мөхиттә, наҙға төрөнөп кенә үҫә ул.

Тәүге белемде 1-се Асҡар урта мәктәбендә ала. Бында малайҙың төрлө яҡлы һәләттәренә юл асыла: яратҡан предметтары тарих, йәмғиәтте өйрәнеү буйынса район, республика олимпиадаларында призлы урындары менән ҡыуандыра, әҙәбиәтте үҙ итә, китап уҡырға, һүрәт төшөрөргә ярата. Һүрәткә әүәҫлек ижади күңелле атаһынан киләлер. Р. Малыбаев Асҡарҙағы сәнғәт мәктәбен дә тамамлай. Рәссам, ағас һырлау оҫтаһы Илфат Филҡәт улы үҙе белгәндәрен улына төшөндөрөргә тырыша, шахмат серҙәренә лә өйрәтә. «Шахмат уйнарға яратыуым аҙаҡ гимназияла уҡығанда бик тә ярап ҡалды», — ти әңгәмәсем.

Быларҙан тыш Радик малайҙарҙың яратҡан уйыны — туп тибеүҙән ситтә тороп ҡалмай, тиҙ арала шәп футболсы тигән даны сыға. Мәктәптең, һуңынан райондың йыйылма командаһы составында уйнай. Футболға, лаптаға, ғөмүмән, спортҡа һөйөү тәрбиәләгәне өсөн тренеры Фәрит Шәрәфетдиновҡа рәхмәтле ул бөгөн. 9-сы кластан һуң үҫмер, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатҡа инә. «Ошо осор үҙаллылыҡҡа, ҡарарҙар ҡабул итергә, тиҫтерҙәрем менән дөрөҫ аралашырға, үҙ фекереңде яҡлай белергә өйрәтте», — ти.

Урта белем тураһында аттестат менән Мәскәүҙәге Физик культура һәм туризм буйынса махсуслашҡан вузға инеп, (әйткәндәй, мәртәбәле уҡыу йортона Радик имтиханһыҙ, Өфөләге шахмат турнирында БР Хөкүмәте вәкилен еңгәне өсөн йүнәлтмә буйынса инә) тәжрибә туплағандан, үҙен һынағандан һуң БДУ-ның Сибай институтына күсә, филология факультетында белем алыуын дауам итә. Әлбиттә университетта яратҡан шөғөлдәрен ташламай: КВН командаһының лидеры булһынмы, футбол буйынса вуз өсөн сығыш яһаһынмы — үҙенең һүнмәҫ дәрт-дарманын файҙалы юҫыҡҡа йүнәлтә белә Радик.

Университетты яҡшы тамамлап, педагогик белемгә эйә була. Шулай ҙа сығарылыш кисәһенә ҡалып та тормай, тура Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына юл ала. Ил алдындағы хәрби бурысты үтәү һәр ир-егеткә мотлаҡ икәнлеген кескәйҙән төшөнөп үҫтем, тип аңлата был аҙымын геройым.

Т-72Б танкы командиры, кесе сержант Малыбаев Алыҫ Көнсығышта хәрби бурысын намыҫ менән үтәп, теүәл бер йылдан, һағынышып көткән туғандары янына ҡайтып төшә һәм, ниһайәт, ҡулына дипломын ала.

Шулай итеп, йәш белгес Өфөлә эш башлай. Юҡ, мәғарифта түгел, ә суд приставы сифатында. Тик ата-әсәһенә зарланырға күнекмәгән егеткә кеше фатирында йәшәү, яҙа-йоҙа эш хаҡын тартып-һуҙыу еңелдән булмай. Ошолай ризаһыҙ ғына йөрөп ятҡан бер мәлдә Радикка Сибайҙа бергә уҡыған, хәҙер Себер тарафтарында һөнәре буйынса эшләп йөрөгән дуҫы шылтырата. «Педагогик белемең бар, ниңә үҙеңде уҡытыусылыҡта һынап ҡарамаҫҡа?» — ти ул.

Р. Малыбаев өсөн был үтә етди һәм төплө аҙым була. Шуға ныҡ уйлана, бер үҙе генә хәл итмәҫтәйен аңлағас, ҡайтып, атаһы, әсәһе, Рәмилә һеңлеһе, хатта ауылдағы олатаһы һәм өләсәһе менән кәңәшләшә. Ғаилә ҡоро «тәүәкәлләргә» тигән ҡарар сығара...

«Алыҫ юлға, тәүҙә йәшәү кәрәк-ярағына тип күмәкләп аҡса йыйып ебәргәйнек, — ти егеттең әсәһе Гөлназ Марат ҡыҙы. — Улым ике ай эшләгәндән һуң ошо сығымдарҙы беҙгә икеләтә арттырып ҡайтарып бирҙе».

— Балалар менән уртаҡ тел табыуы ҡыйын булманы, атайым да, әсәйем дә бишәр балалы татыу ғаиләлә тәрбиәләнгән. Мин бәләкәйҙән күп һанлы кесе туғандарым менән тығыҙ аралашып үҫтем, — ти Яҡут (Саха) Республикаһы Ленск ҡалаһы 1-се мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 7-селә уҡыусы балаларҙың класс етәксеһе Радик Илфат улы.

Бындай ер аяғы, ер башы тигәндәй — Рәсәйҙең икенсе осона тик самолетта барып етергә мөмкин. Уҡыу йылы тамамланғас, йәйге каникулда ғына Әбйәлилгә ҡайта ала яҡташыбыҙ. «Һағынам, әлбиттә. Шулай ҙа әсәйем, һеңлем менән бәйләнеш тотабыҙ, уларҙың нисек йәшәүе, нимәләр борсоуы, хатта ниҙәр һатып алыуҙары тураһында белеп торам», — тип көлә үҙе.

Эшенә мөкиббән бирелгән, балалар менән ихлас аралашҡан, ҡыҙыҡлы дәрестәр алып барған йәш уҡытыусы өс ай ялды бигерәк оҙаҡ тип һанай. Был арауыҡ эсендә дәреслек, дәфтәрҙәрҙе онотоп та китергә мөмкин тип, быйыл июндә лә ҡайтмай, мәктәп янындағы лагерҙа вожатый булып эшләп ҡарарға уйлай.

Тәүге йылда ошонда эшкә саҡырған дуҫы менән ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәһәләр, икенсе уҡыу йылына ҡалала торлаҡ биргәндәр. Алыҫ Себер өҫтәмәләре менән сыҡҡан эш хаҡы ла ҡәнәғәтләндерә уҡытыусыны.

Уҡытыу тәжрибәм әҙерәк тип һанағанға, әлегә педагогик конкурстарҙа үҙен һынап ҡарарға йөрьәт итмәй Радик. Шулай ҙа киләсәктә өмөтлө педагог, яҡташыбыҙ Радик Малыбаевтың исемен Рәсәй уҡытыусылары форумдарында ишетербеҙ, тип ышанам.

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: