+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Март 2019, 20:30

Ҡышты оҙаттыҡ

Район үҙәгенең төп майҙанында ҡышты оҙатыу байрамы үтте.

Район үҙәгенең төп майҙанында ҡышты оҙатыу байрамы үтте.
Байрамға район мәғариф бүлеге учреждениелары: мәғариф бүлеге, Т. Кусимов исемендәге гимназия, «Ҡайынҡай», «Тирмәкәй», «Сулпылар», «Миләш» балалар баҡсалары, Йәш техниктар станцияһы коллективтары туҡталыштар ҡуйған. Өҫтәлдәрендә нимәләр генә юҡ: боҫорап самауырҙар ҡайнай, буҙа тәмләргә лә була. Бешерелгән бәлештәрҙең төрөн һанап бөтөрлөк түгел, хатта өйрәк-ҡаҙ ҙа ҡунаҡлағайны өҫтәлдәргә. Байрамдың төп күрһәткесе булған ҡоймаҡтың ике тиҫтәгә яҡын төрөн өҙерләгәндәр булды.
Районда эшләп килгән Русские соборы ойошмаһы өҫтәл ҡуймаҫҡа ҡарар иткән, ойошма ағзалары бешергән ҡоймаҡ менән Екатерина Мелекесова байрамға килгәндәрҙе һыйланы.
«Ҡышты оҙатыу» сараһында ҡатнашыусылар район һәүәҫкәрҙәренең һәм артистарының моңло йырҙарын тыңлап, дәртле бейеүҙәрен ҡарап кинәнде.
Читайте нас: