+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Март 2019, 12:11

Гәүһәр туйға тиклем етеү — оло бәхет

Йәнгел ауылында 60 йыл бергә татыу ғүмер кисергән өлгөлө парҙар — Рәйлә менән Әфләх Мәхмүтовтар, Гөлшат менән Үзбәк Хисмәтуллиндар тәбрикләнде.

Йәнгел ауылында 60 йыл бергә татыу ғүмер кисергән өлгөлө парҙар — Рәйлә менән Әфләх Мәхмүтовтар, Гөлшат менән Үзбәк Хисмәтуллиндар тәбрикләнде.

Ауылдың абруйлы, оло парҙарын ғүмер байрамдары менән ҡотларға Йәнгел ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Ҡадиров, район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев килде. Рөстәм Эрнст улы ғаилә юбилярҙарына изге теләктәр еткерҙе һәм республика башлығының ҡотлау адресын, бүләктәрен тапшырҙы.

— 60 йыл бергә-бергә ғүмер кисереү — оло бәхет, Хоҙай бүләге. Һеҙҙең ғаилә тормошоғоҙ күптәргә үрнәк булырлыҡ: балаларығыҙға лайыҡлы тәрбиә, белем биргәнһегеҙ, әле лә уларға бар яҡтан терәк-таяныс булып матур донъя көтәһегеҙ. Хеҙмәт йылдарығыҙҙы намыҫлы эш менән уҙғарғанһығыҙ, ауырлыҡтарға бирешмәгәнһегеҙ, — тине Ансар Ғаттар улы. — Артабан да яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, тыныс ҡартлыҡ кисерергә яҙһын.

Йәнгел ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Сара Әпсәләмова ауылдаштарын гәүһәр туй уңайынан ихлас ҡотлап, бүләктәрен тапшырҙы. Фәрүәз менән Ғәле Әхмәтҡужиндар, Гөлнур менән Илдар Илһамовтар, Рәмзиә менән Таштимер Мәхмүтовтар юбилярҙар хаҡында бик күп маҡтау һүҙҙәре әйтте.

Ысынлап та, йылы һүҙҙәргә лайыҡ улар. Бер-береһенә ихтирам, наҙ тулы ҡараш һалып, һыйынышып ҡына ултырған был парҙарҙан күңел йылыһы, яҡты ҡот бөркөлә. Оҙаҡ йылдар бергә шулай матур йәшәү серҙәрен белһәң ине тигән уйымды тойғандай: «Ғаилә тормошонда бер-береңде ҡәҙер итеү, күндәмлек, сабырлыҡ кәрәк. Алтмыш йыл алтмыш көндәй ҙә булманы, һә тигәнсе үткән дә киткән», — тине улар.

Яңауыл егете Үзбәк 1952 йылда тракторсылар курсын тамамлап, «Йәнгел» совхозына эшкә килә. Бер аҙҙан ил алдындағы бурысын үтәү өсөн әрмегә китә. Польшала хеҙмәт иткән йылдарын әле булһа көнө-сәғәтенә тиклем онотмай һағынып иҫкә ала уҙаман. Ҡайтҡас, ошо совхозда эшләп йөрөгән Гөлшат исемле һылыу ҡыҙға өйләнә. Ул һуғыш осоронда әсәһе, ике апайы менән биш йәшлек кенә сағында Ишбулды ауылынан күсеп килгәндәр. «Әсәйҙәр эшләне, беҙ ҙә картуф утаныҡ, иген урҙыҡ. Әле шаулап үҫеп ултырған урман һыҙаттарында беҙ ағас үҫентеләре ултырттыҡ. Баҡсасылыҡ ныҡ үҫешкән ине: ниндәй генә йәшелсә үҫтермәнек. Өлкәндәр менән бергәләп совхозды күтәрҙек», — ти Гөлшат Сабир ҡыҙы. Ул ырҙын табағында ла, баҫыуҙа ла эшләй, дауахана менән балалар баҡсаһында — ашнаҡсы, сусҡасылыҡ комплексында оператор булып эшләп хаҡлы ялға сыға. 41 йылдан ашыу стажға эйә Үзбәк Заһитулла улы ғүмер буйы совхоздың алдынғы, алыштырғыһыҙ механизаторы була, тынғыһыҙ хеҙмәте бихисап наградалар менән билдәләнгән. Ғаиләлә биш бала үҫкән. Таһир хәрби юлдан киткән, Пермь ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙҙары Ғәлиә менән Гүзәл дә Себерҙә төпләнгән. Хисмәтуллиндарға яҙмыш ауыр һынауҙар ҙа ҡуйған, ике балаһының вафатын кисергән улар. Ҡартайған көндәрендә ата-әсәһе янында булыу өсөн Ғәлиә күсеп ҡайтҡан. ...Үҫмер сағынан колхоз баҫыуҙарында, көтөүлектә тир түккән Әфләх һуғыштың бөтә әсе-сөсөһөн үҙ иңендә татый. Атаһы фронтҡа китә һәм уға кире Рысҡужаға әйләнеп ҡайтырға яҙмай. Ҙур ғаилә Әфләх менән әсәһе ҡарамағында ҡала. Мәктәп йылдарында уҡ тракторсы һөнәрен үҙләштергән егет «Йәнгел» совхозында механизатор булып эшләй. Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында белем алған Әфләх Шәрәфетдин улын 1970 йылда Йәнгел мәктәбенә эшкә саҡыралар. Был осорҙа профориентация һәм производствоға өйрәтеү нигеҙҙәре буйынса эш мәктәптәрҙә юғары кимәлгә ҡуйыла. Ә. Мәхмүтов алдынғы ҡарашлы, заманса алымдар менән эшләүсе уҡытыусы булараҡ, уның бай тәжрибәһе менән уртаҡлашыу маҡсатында белем усағында республика семинары уҙғарыла. 1988 йылда СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә лә ҡатнаша. Рәсәй һәм Башҡортостан мәғариф министрлыҡтарының юғары наградаларына лайыҡ була.

Ғүмер юлдашы Рәйлә Шаһишәрип ҡыҙы менән дүрт бала үҫтереп, уларҙы үҙҙәренең өлгөһөндә тырыш, аҡыллы итеп тәрбиәләгәндәр. Таңсулпан егерме йылдан ашыу Өфө районында мәктәп директоры булып эшләне. Таштимер Йәнгелдә төпләнгән. Шәмилә Өфөлә, лицей директоры урынбаҫары. Хәниф тә баш ҡалала, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта баш инженер.

Әфләх Шәрәфетдин улы бөгөн Йәнгел мәсетенең имамы. Уның көсө, тырышлығы менән иман йортона нигеҙ һалына һәм уңышлы эшләп китә. Әле лә ул ауылдың тотҡаһы булып, йәштәргә һәм ололарға дини тәғлимәттәрҙе өйрәтә.

Был ике пар оҙаҡ йылдар ут күрше булып, бер-береһе менән аралашып-ҡатышып йәшәгән. Шуға оҡшаш, уртаҡ яҡтары байтаҡ. Гөлшат Сабир ҡыҙы менән Рәйлә Шаһишәрип ҡыҙы икеһе лә комбайнерҙар курсын тамамлап, комбайнда эшләп алғандар. Ғаилә башлыҡтарының икеһенең дә аталары һуғышҡа китеп ҡайтмай. Бергә-бергә балалар үҫтерешкән, бер мәлдә «Йәнгел» совхозында гөрләтеп эшләгән Мәхмүтовтар менән Хисмәтуллиндар һаман үҙ-ара дуҫ, татыу, хәл-әхүәл белешеп донъя көтә. Йәшлек дәртен һүрелтмәй, һәр көндө ҡыуанып ҡаршылаған был ике парға һоҡланмау мөмкин түгел. Артабан да уларға яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, тыныс бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын.

Д. САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: