+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Март 2019, 11:54

Хәрәкәттә — бәрәкәт, ти буранғолдар

Буранғол халҡы «Сәләмәт ауыл» район конкурсына ихлас ҡушылып, бәйге сиктәрендә төрлө саралар ойоштора.

Буранғол халҡы «Сәләмәт ауыл» район конкурсына ихлас ҡушылып, бәйге сиктәрендә төрлө саралар ойоштора.

Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре «Беҙ сәләмәт тормош өсөн» тип аталған бәйге үткәрҙе. Республиканың 100 йыллыҡ оло юбилейы алдынан уҙған сараға йөҙ ҡатын-ҡыҙ саҡырылды. Гүзәл зат вәкилдәрен Буранғол мәҙәниәт йорто директоры Гөлназ Мәғәфүрова сәләмләне. Ул ауылдаштарына байрам айҡанлы изге теләктәр юлланы.

— Ҡатын-ҡыҙҙар тормош тотҡаһы, әсәй-өләсәйҙәрҙең күңел йылыһы, уларҙың аҡыллы кәңәштәренә барыбыҙ ҙа мохтажбыҙ. Яҙғы ҡояштай тирә-йүнде йәмләп, яҡтыртып йәшәйек. Барығыҙға ла һаулыҡ, яҡшы кәйеф теләйем, — тине Гөлназ Милләт ҡыҙы.

Ул Буранғолдоң быйыл «Сәләмәт ауыл» бәйгеһендә ҡатнашыуы, конкурстың айыҡ тормош, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауын әйтеп, спорт ярыштары, башҡа сараларҙан ситтә ҡалмай, дәррәү ҡатнашырға саҡырҙы.

Ярышта үҙ көстәрен һынарға теләүселәр дүрт командаға бүленде: «Башҡортостан», «Дуҫлыҡ», «Яҙ һылыуы» һәм «Роза»лар капитан һайланы, девизы менән таныштырҙы.

Иң тәүҙә Зөлфирә Махийәнова бәйгеселәрҙән гимнастика яһатты. Күнек-мәләрҙә аяҡ-ҡулдарҙы яҙғас, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ғәдинан Усманов, Миләүшә Сәлимова, Гөлйөҙөм Вәлиева, китапханасы Миңзәлә Хәйруллина ярыштар уҙғарҙы. Шар менән йүгереү, санала уҙышыу, арҡан тартышыу бөтәһенә лә оҡшаны. Ярыш күңелле көйҙәр аҫтына флешмоб менән тамамланды (һүрәттә). Командаларҙың һәр береһе грамоталар менән билдәләнде. Мәктәп коллективы, уҡыусылар, ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың клуб мөдирҙәре, хаҡлы ялдағы ололар һәм башҡалар ҡатнашҡан «күңелле старттар»ҙа дуҫлыҡ еңде. Әсәйҙәр-өләсәйҙәр, уҡыусы ҡыҙҙар саф һауала ошондай уйындарҙың күберәк ойошторолоуын теләп, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә күңелле байрам өсөн рәхмәт әйтеп таралышты.

Д. САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: