Кескәй һылыуҡайҙар Өфөлә принцессалар балына йыйылды. Байрамда республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында физик мөмкинлектәре сикләнгән һәм балалар йорттарында тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙар өсөн тәүге тапҡыр бал үтте. Уны республика етәксеһенең ғүмер юлдашы Каринэ Хәбирова ойошторҙо. Байрамда төрлө райондарҙан бөтәһе өс йөҙҙән ашыу бала ҡатнашты. Беҙҙең райондан дүрт ҡыҙ: Тупаҡтан Азалия Асманова, Үләнде ауылынан Эльвина Һибәтуллина һәм балалар йортонан Мария Исакина менән Эльвира Усманова барҙы. Алыҫ төбәктәрҙән килеүселәрҙе «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһына урынлаштыралар. Күңел асыу саралары, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Икенсе көнгә мәрхәмәтлек балына юлланалар.
Театрға килеп инеү менән ҡыҙҙар тылсымлы әкиәт донъяһына эләгә. Ишек төбөнән үк уларҙы шат йылмайып, ирекмәндәр ҡаршылай. Һылыуҡайҙарҙы балға парикмахерҙар, гримерҙар бар оҫталыҡтарын һалып биҙәндерә-төҙәндерә, семәрле таждар кейҙерә. Гәлсәр шәмдәлле ҙур фойела күңелле музыка, талғын бейеүҙәр — барыһы ла ысын балдағыса. Ҡыҙҙар ғына түгел, уларҙы оҙатып йөрөүсе өлкәндәр был мөғжизәле төштөр тип уйлай. Серле донъяға эләккән ҡыҙҙарҙы Каринэ һәм Радий Хәбировтар байрам менән ҡотлай. Радий Фәрит улы бөтәһенә лә һаулыҡ, сабырлыҡ теләй, һәр саҡ ярҙам итергә әҙерлеген белдерә. Балда ҡатнашыусылар менән улар яҡындан аралаша, ҡайҙан килеүҙәре, ҡыҙыҡһыныуҙары хаҡында һораша, фото төшә.
«Морозко» спектаклен ҡарап, әкиәт геройҙары менән төрлө уйындарҙа ҡатнашҡан гүзәлкәйҙәр онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар менән ҡайтырға сыға. Ҡыҙҙар һәм уларҙың әсәләре, балалар йорто тәрбиәсеһе сәфәрҙә оҙатып йөрөүсе район хакимиәтенең әйҙәүсе белгесе Зөлфиә Солтановаға, юлда имен-аман алып барып ҡайтҡан «Газель» водителе Рамаҙан Сафиуллинға, шәфҡәт туташы Резеда Сафиуллинаға рәхмәтле. Кескәй принцессалар тормоштарындағы тәүге балда ҡатнашыуҙарына сикһеҙ шат, ғәжәйеп тылсымлы тамаша уларҙың күңелдәрендә мәңгегә уйылып ҡаласаҡ.