-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Март 2019, 18:18

Ауылдың киләсәге айыҡ йәштәр ҡулында

Быйыл «Сәләмәт ауыл» конкурсында ҡатнашҡан Тәпән ауылы халҡы «Ҡышты оҙатыу» сараһын үткәрҙе.

Быйыл «Сәләмәт ауыл» конкурсында ҡатнашҡан Тәпән ауылы халҡы «Ҡышты оҙатыу» сараһын үткәрҙе.

— Тәпәндә ябай, әммә тырыш халыҡ йәшәй. Һәр өмәне башлап йөрөүсе Милләт Низамовты бөгөн халыҡ байрамында күреүемә шатмын һәм уға рәхмәтлемен. Уның кеүек дәртле, илһөйәр ағайҙарҙың тырышлығы маҡтауға лайыҡ. Конкурс сиктәренә ошондай саралар күберәк үткәрелһен, ауыл халҡына берҙәмлек теләйем, — тине Рауил ауыл биләмәһе башлығы Абдулхаҡ Солтанов.

Милләт ағай Низамовтың байрам кәйефе биреп биҙәлгән, таҫмалар тағылған атының санаһына тейәлеп, Йәшел туғай һәм Йәштәр урамдарынан дәртле йыр-таҡмаҡтар менән бөтә сараларҙың оҫта ойоштороусыһы Сәрүәр Түлебаева етәкселегендәге ҡышты оҙатыусылар килеп төштө. Өҫкө урам халҡы мәҙәниәт усағы алдында, клуб мөдире Әлфинә Дауытова етәкселегендә әҙерләнгән сағыу концерт менән, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды. Клуб алдына уҡыусылар береһенән-береһе уҙҙырып яҙ тураһында шиғырҙар һөйләне. Ауыл байрамына һәр кем күстәнәстәре менән килде. Ҡунаҡтарҙы самауыр сәйе, ҡоймаҡ, бәлештәр менән һыйлағандан һуң, байрам йылға буйында дауам итте. Төрлө уйындар — бер урында ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, ҡулса өйөрөлтөү, сана һөйрәп ярышыу булһа, ауылдың старостаһы Әкрәм Рәхмәтуллин ир-егеттәр өсөн гер күтәреү, мылтыҡтан атыу, теннис кеүек спорт төрҙәрендә етеҙлеккә һынау ойошторҙо. Ололар йәштәрҙе изге һүҙҙәре, доғалары менән ҡеүәтләне.

Милләт Хөбөтдин улы бәләкәй балаларҙы ауыл буйлап санала йөрөтөп ҡыуандырҙы. «Күңелле старттар» тамам-ланғас, йола буйынса, ҡыш ҡарасҡыһы менән бергә «наркомания, алкоголизм, тәмәке» һүҙҙәре яҙылған плакаттар яндырылды.

Халыҡ йәнә мәҙәниәт усағы алдына, ауылдың егәрле еңгәйе Зөбәйлә Ғөбәйҙуллина әҙерләгән бишбармаҡ янына йыйылды. Йәнле табын артында яҙ тураһында йырҙар яңғыраны. Тәпәндәр күңелдәре булғансы «Өс таған», «Ебегән»де бейеп, аҫҡы урам халҡына бүләктәр биреп оҙатты.

8 Март байрамы уңайынан Ишҡол урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы Венер Боҫҡонов ойоштороуында волейбол ярышы уҙғарылғайны. Унда ла мәктәп коллективы ҡатын-ҡыҙҙарына ҡаршы уйында Тәпән ауылы ханымдары I урын яуланы.

«Сәләмәт ауыл» сиктәрендә уҙғарылған айыҡ тормош, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған тағы күп саралар тураһында гәзит биттәрендә уҡырға яҙһын. Ауылдың киләсәге айыҡ йәштәр ҡулында. Ә ауылдаштарыма тырышлыҡ, татыулыҡ, айыҡ тормош, дәрт-сәм юлдаш булһын.

Зөлфиә ЗАҺИТОВА.

Читайте нас: