+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Март 2019, 11:18

Диета

Тығыҙлап эленгән күлдәк-кәстүмдәр араһында күңелгә ятҡандайын таба алманы.

Гөләйфә көҙгө алдында тороп, тегеләй-былай борғоланды, бар ризаһыҙлығын йөҙөнә сығарып, шкаф ишеген шапылдата япты. Тығыҙлап эленгән күлдәк-кәстүмдәр араһында күңелгә ятҡандайын таба алманы. Дөрөҫөрәге, уға һыйғандайы юҡ. Бына бит, бынау 44-се размер алһыу ғына ҡупшы күлдәкте кей ҙә йөрө бит, юҡ шул. Бүлкәт-бүлкәт булып килеп сыҡҡан майҙарҙы хет бысаҡ менән киҫеп ташла. Һимермәй ҡайҙа барһын, ире көн дә итле ризыҡ таптыра, силосыңды үҙең аша тип ебәрә. Ҡыҙҙарына бутҡа ғына булһын. Ике төрлө тамаҡ бешереп, шуларҙы әрәм булмаһын тип ашай-ашай ошо көнгә килеп етте бит инде. Гербалайфы ла, әллә ниндәй үләндәре лә ҡалманы, кефир менән һоло бутҡаһы ғына ашап та ҡараны, майҙар кәмемәне. Бөгөн тағы эшендәге ҡыҙҙар күпмегә ябығыуҙарын, фитнесҡа йә бейеүгә йөрөүҙәрен тәмләп һөйләйәсәктәр. Юҡ, етте, ул да диетаға ултыра! Эштән арып ҡайтҡан ире аҡырып ебәрмәҫ борон, «мин диетала, үҙегеҙ бешереп ашағыҙ нимә теләгәнегеҙҙе», тип әйтергә өлгөрҙө.

— Тағы сухари кимерәһеңме? Әллә ат шикелле, һоло ашайһыңмы? — тип мыҫҡыллы ҡараш ташланы ире. — Үҙең ашамаһаң да бешер, еҫенә һимермәйһеңдер, моғайын.

— Юҡ, мин һыу ғына эсәм. Күхняға бөтөнләй инеп йөрөмәйем. Хатта һауыт-һабағыҙҙы ла йыумаясаҡмын. Эштән һуң көтмәгеҙ, бер ыңғай фитнес-үҙәктә шөғөлләнеп ҡайтасаҡмын.

Диетаның тәүге өс көнө ыҙалыҡ менән үтте. Ире ыңғайына үҙе лә итле ризыҡҡа өйрәнгән, эй, ашағыһы килә, асығыуына түҙмәй төндә тороп һыуытҡысты асып ҡарайым тигәйне, ире уянды. Ҡыуылдаған буш ашҡаҙанын тотоп, саҡ йоҡлап китте.

...Бер көн ире Гөләйфәне көттө-көттө лә, түҙмәй эше ҡаршыһындағы фитнес-үҙәккә китте. Хәҙер барып елтерәтеп алып ҡайта ла, һимеҙ түгел, суртым бул, тик элеккесә тәмле итеп ашарға бешер тип әйтәсәк һәм бөгөн үк итле-картуфлы бәлеш бешертәсәк. Әһә, бына ошондалыр. Күңелле генә көй ишетелә. Ишекте ҡыҫып ҡына ҡараны, уй, бында йәше лә, олоһо ла, һимеҙе лә, ябығы ла бар. Тәк, ҡатыны ҡайҙа һуң? Күренмәгәс, сыҙамһыҙ ир тренерҙы саҡырып сығарҙы. Уныһы исемлеген ҡараны, фамилияһын ҡабаттан һораны, ундай кеше килгәне юҡ тине. Әллә һеҙ яҙҙырырға теләгәйнегеҙме, тип ҡыҫтай башланы.

Отчет-фәлән менән эшендә ултырамы икән, тип шунда йүнәлде. Офистың өсөнсө ҡатына менеү менән тәмле ит бәлеше еҫе ҡаршы алды. Кабинет ишеген асып ебәргән ир ҡолап китә яҙҙы. Диетала ултырған, үҙен генә түгел, ғаилә ағзаларын да ыҙалатҡан Гөләйфә ауыҙ тултырып бәлеш ашап ултыра ине.

Динара САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: