+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Март 2019, 16:23

Минең атайым...

1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусылары иншалары.

1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусылары иншалары
Минең атайымдың исеме Илфат. Оҙаҡ йылдар полицияла эшләп, хаҡлы ялға сыҡты ул. Атайым иң көслө һәм батыр кеше, ул миңә, ҡустым Рушанға спорт менән шөғөлләнергә өйрәтә. Буш ваҡыты булыу менән беҙҙе хоккей уйнарға алып сыға. Ә кискеһен атайымдың яратҡан командаһы «Салауат Юлаев»тың уйнағанын күмәкләп ҡарайбыҙ. Өй эштәрендә әсәйемдең ҙур ярҙамсыһы ла ул. Атай — беҙҙең ныҡлы терәгебеҙ.

Вилдан РӘХМӘТОВ,
3-сө класс уҡыусыһы.

Беҙҙең өсөн атайыбыҙ донъялағы иң аҡыллы, иң көслө, уңған кеше. Уның исеме Рөстәм, полиция булып эшләй. Миңә, кескәй туғандарыма өлгө булып тора ул. Ниндәй генә һорау менән эргәһенә барһаң да ваҡытын табып, яуап, кәңәш бирә. Мин дә атайыма ярҙам итергә тырышам, яҡшы билдәләр алып ҡайтам. Мин атайымды бик яратам һәм үҫкәс уның кеүек булырға теләйем.

Ренал ХӘЛИТОВ,
3-сө класс уҡыусыһы.

Атайым мине, мин уны яратабыҙ. Көслө, матур ҙа, белемле лә ул. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Каникул ваҡытында беҙҙе Мәскәүгә сәйәхәткә алып барып ҡайтты. Баш ҡаланың ҙурлығына, матурлығына ҡарап һоҡландыҡ. Конькиҙа беҙҙе йөрөтөргә лә ваҡыт таба атайым. Ул беҙҙең ғорурлыҡ.

Лилиә ХИСМӘТОВА,
3-сө класс уҡыусыһы.

Минең атайым батырҙарҙан батыры. Исрафилов Фәнис Миҙәхәт улы Ҡолоҡас ауылында тыуып үҫкән. Бөгөн ул үҙе уҡып сыҡҡан мәктәбе — 1-се Асҡар мәктәбендә автоделонан белем бирә, автобус водителе булып эшләй, балаларҙы мәктәпкә ташый. Әсәйем менән бергә бынамын итеп донъя көтәләр. Атайым бик уңған, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Мине лә ул автомашинаны ремонтлау серҙәренә өйрәтә. Атайым ҡыуанып торһон тип тик яҡшы билдәләргә уҡырға тырышам.

Сәлиә ИСРАФИЛОВА,
3-сө класс уҡыусыһы.
Читайте нас: