-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Апрель 2019, 12:49

Аҙна һайын дауам итәсәк

Башҡортостан буйынса иғлан ителгән өмәләрҙән әбйәлилдәр ҙә ситтә ҡалманы.

Башҡортостан буйынса иғлан ителгән өмәләрҙән әбйәлилдәр ҙә ситтә ҡалманы. Бер нисә көн элек яуып үткән ҡар урамдарҙа, юл буйҙарында умырзая кеүек баш ҡалҡыта башлаған шешәләрҙе, башҡа сүп-сарҙы йыйыуҙа кәртә була алманы.

Хәлил ауыл биләмәһендә ер ҡарҙан тулыһынса асылған тиерлек. Шуға ла биләмә ауылдарының барыһында ла таҙартыу эштәре дәррәү барҙы. Был көндө өмәгә сыҡҡан хәлилдәр обелисктың тирә-яғын, скверҙы, ветерандар аллеяһын сүп-сарҙан арындырҙы. Әбделмәмбәт, Мәхмүт, Ишбулды ауылдары халҡы ла клуб, мәсет алдарындағы, урамдарҙағы ҡыш буйынса йыйылған ҡыйҙы таҙаланы. Шулай уҡ Әлмөхәмәт ауыл биләмәһенә тиклемге юлдан юлаусылар ташлап киткән шешә, пластик һауыттар, ҡағыҙ йыйып алынды.

Мәхмүт ауылында Нәдир ағай Сафин бер кемдең әйтеүен дә көтөп тормай, иртә менән сығып өйө ҡаршыһындағы скверҙы таҙалап та ҡуйған.

Өмәселәр эшләгән арала урамда ҡуйылған өҫтәлдәргә тәм-томдар теҙелде, самауырҙар шыжланы. Һәр ауылда тирә-яҡты тәртипкә килтереп бөткәс, барыһы ла бергәләп сәй эсте, өҫтәл артында киләсәктә ауылды матурайтыу, таҙа тотоу өсөн ниндәй эштәр башҡарыу хаҡында кәңәш ҡорҙо.

Ишҡолда өмә сәғәт 9 тулыр-тулмаҫтан башланды. Ауыл торошона битараф булмаған һәр кем өмәгә сығып, бар хәленсә тырышып эшләне. Ишҡолда оло йәштәгеләр ветерандар аллеяһын, ағинәйҙәр Суҡмуйыл буйын таҙартты. Клуб, китапхана, ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре, ауыл өсөн янып йәшәгән айырым кешеләр социаль объекттарҙың тирә-йүнен тәртипкә килтерҙе, улар скверҙарҙағы ағастарҙың ҡороған, һынған ботаҡтарын бысып алды, көҙҙән йыйылған ҡыйҙы трактор-машиналарға тейәне. Сүп-сарҙы сығарыуҙа мәктәп тракторынан башҡа шәхси транспорт хужалары ла ярҙам итеүе эште еңеләйтте.

— Таҙалыҡ өмәләрен аҙна һайын дауам итәсәкбеҙ, сөнки үҙебеҙ йәшәгән ерҙе үҙебеҙ таҙаламаһаҡ, ул кемгә кәрәк? Киләһе өмәлә ағас ултыртыу эштәре планлаштырыла. Үҫентеләргә заказ бирелгән дә инде, — ти ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Абдулхаҡ Солтанов.

Күмәкләгән — яу ҡайтарған тигәндәй, сәғәт 11-гә эштәрҙе бөтөрөп, күмәкләшеп сәй эсеп, башҡарған эштәренән ҡәнәғәтлек кисереп таралышты улар.

Таштимер ауыл биләмәһендә ҡар күп кенә булһа ла, һәр ауылда ла тирә-яҡты таҙартыу буйынса мөмкин тиклем эш башҡарылды, уларҙа урындағы мәктәп уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты. Тупаҡ уҡыусылары мәктәп алдындағы ҡарҙы ташланы, михайловкалар, салауаттар белем усағының тирә-яғын һеперҙе. Йәшелсә-емеш ултыртыу мәле яҡынлашҡас, таштимерҙәр мәктәп теплицаһын әҙерләүҙе кәрәкле тапты.

Ташбулат ауыл биләмәһендә экологик өмәләр уҙған аҙнала уҡ башланған. Ул өмәлә ҡатнашыусылар Аналыҡ йылғаһынан алып тау-саңғы комплексына тиклем таҙартыу эштәре башҡарған, шул ғына арауыҡтан бер трактор ҡый сығарғандар.

Дөйөм өмә көнөндә һәр кем тәғәйен участкаһын таҙаланы. Социаль объекттар хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең биналарының тирә-яғын тәртипкә килтерҙе, һөҙөмтәлә мәктәп, ауыл биләмәһе, клуб алды күркәмләнеп ҡалды. «Абзелилспецкомобслуживание» коллективы ла дөйөм эштән ситтә ҡалманы, биләмәләрен таҙартты. Ташбулаттың үҙәк урамдарындағы ҡый йыйып алынды. Күсем руднигы халҡы шахтерҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискты матурлап ҡуйҙы.

Район үҙәге Асҡарҙа ла иртән үк йәнле эш барҙы. Ойошма-учреждениелар хеҙмәткәрҙәре дәррәү сығып биналар тирәһен тәртипкә килтерҙе.

Хәмит ауыл биләмәһенә ҡараған ике ауылда ла өмәләр үтте. Иртәнсәк музыка ҡуйылды, клуб алдына сәй табыны ойошторолдо. Уҡыусылар менән бергә 170 кеше, 3 берәмек техника ҡатнашты.

Өмә көнөндә эшҡыуар Шамил Ғайсиндың тракторы йыйылған ҡыйҙы сығарыуҙа йөрөгән.

Район буйынса дөйөм тәғәйенләнештәге урындар, юлдар тәртипкә килтерелгәс, һәр кем үҙ ихатаһын таҙартты. Әйткәндәй, әгәр ҙә кеше үҙе ҡыйламаһа, тирә-яғыбыҙ ҙа, ауыл урамдары ла таҙа була. Иң мөһиме, ошо хәҡиҡәтте барыһы ла иҫендә тотһон ине. Таҙартылған урын түгел, ә ҡый ташламаған ер таҙа булыуын һәр кемгә мәғлүм бит.

Киләһе дөйөм өмә 27 апрелдә буласаҡ.


Читайте нас: