-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Апрель 2019, 11:43

«Миләш»тә ҡот ҡойоу йолаһы

Район үҙәгенең «Миләш» балалар баҡсаһына йөрөүсе «Ҡыңғырау» төркөмө кескәйҙәре ҡот ҡойоу йолаһын күрһәттеләр.

Башҡорт халҡы элек-электән имләү, ҡот ҡойоу йолаларына ышанған һәм был ғөрөф-ғәҙәттәрҙе быуындан-быуынға тапшыра килгән, им-томға барым-ҡөҙрәте булған вариҫтарына өйрәтеп ҡалдырған. Был йолалар шулай итеп бөгөнгө көнгә лә килеп еткән. Район үҙәгенең «Миләш» балалар баҡсаһына йөрөүсе «Ҡыңғырау» төр-көмө кескәйҙәренең башҡорт теленән асыҡ дәресендә нәҡ шул ҡот ҡойоу йолаһын күрһәттеләр ҙә инде.

Дәрескә балаларҙың өләсәйҙәре саҡырылды, улар ҡот ҡойоуҙың серҙәренә төшөндөрҙө. Кескәйҙәр башта Факиһа Туғыҙбаеваның «Кем иң матуры?» әҫәрен сәхнәләштерҙе. Унан өләсәйҙәр менән бергәләп ҡурҡаҡ ҡуянға ҡот ҡойҙолар.

Ҡот — ул йәндең тыныслығы, йөрәктең һау-сәләмәт булыуы. Ныҡ итеп ҡурҡҡан кешенең ҡото, ҡобараһы осҡан тиҙәр. Ҡот йөрәк кәртәһен йыртып сығып осоп китә. Бала булһынмы, оломо — ҡото осҡан кеше тыныслығын юғалта, юҡтан ғына терт-ләй, ҡурҡа, шөбһәләнә башлай. Ҡотто киренән саҡырып ҡайтармаһаң, ул кеше ауырыуға һабышасаҡ. Балалар өләсәйҙәре ауыҙынан ҡот осоу, ҡот ҡойоу тураһында бына ошолар хаҡында ишетеп белде.

Ололар күҙ тейеү тураһында ла һөйләне, күҙ тейеүҙән һаҡланыу, уны имләү төрҙәрен бәйән итте. Күҙегеүҙе ваҡы-тында дауаламаһаң, ауы-рыуҙың ашҡыныуы ихтимал, тине өләсәйҙәр.

Им-том аша дауалау йолаларының серҙәрен һөйләп, уларҙың тәртибе күрһәтелгәс, балалар өләсәләре алдында матур итеп сығыш яһаны. «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ» кеүек халыҡ уйындарын уйнанылар, «Косилка-молотилка», «Ҡарабай» йырҙарын башҡарҙылар.

Бай йөкмәткеле, тәрән мәғәнәгә эйә дәрес барыһына ла оҡшаны һәм күңелдәргә үтеп инде. Уны тәрбиәселәр Линара Рәхмәтуллина менән Зәйнәп Иҙрисова әҙерләп алып барҙы һәм өләсәйҙәр ярҙамы менән кескәйҙәрҙе халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә төшөндөрөү маҡсатына иреште. Алда тағы ла ошондай тәрбиәүи әһәмиәткә эйә дәрестәр уҙыуын көтөп ҡалабыҙ.

«Ҡыңғырау» төркөмө ата-әсәләре исеменән Лилиә ҠАРАСОВА.
Читайте нас: