+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Апрель 2019, 18:53

Йомарт ҡулға мал керер

Хосписҡа Юлдаш ауылы вәкилдәре килде.

Республикалағы берҙән-бер булған хоспистың ярҙамға мохтажлығы хаҡында гәзиттә мәҡәлә баҫылып сыҡҡас, район халҡы, ойошма-учреждениелар етәкселәре, депутаттар хәйриә акцияһы сиктәрендә мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеүе ҡыуаныслы. Был юлы хосписҡа Юлдаш ауылы вәкилдәре килде.

Юлдаш ауылында йәшәүсе Зифа Йәнғазина хосписҡа инвалид коляксаһы бүләк итеү ниәтен урындағы йәмәғәтселеккә еткерә. Һәм ауылдың клуб мөдире Гөлназ Әхмәтҡужина, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Кинйәбикә Фәйзуллина, ағинәйҙәр һәм ветерандар ойошмаһын етәкләгән Гөлзифә Ғафарова өр-яңы колясканы машинаға тейәп, шулай уҡ кер йыуыу порошогы, һабын, башҡа кәрәк-яраҡтар алып, юлға ла сыҡты.

— Юлдаш ауылы быйыл «Сәләмәт ауыл» конкурсында ҡатнаша, шуның сиктәрендә мәрхәмәтлек акцияһы ойоштороп, һәр икебеҙгә сәләмәтлек теләп, мөмкин булғанса ярҙам итеү теләге менән килдек, — тине юлдаштар хоспис коллективына килтергән әйберҙәрен тапшырып.

— Белеүегеҙсә, беҙҙә, нигеҙҙә, үҙаллы йөрөй алмаған сирлеләр дауалана. Шуға ла учреждениебыҙ өсөн был көтөлмәгән бүләк, хәҙер коляскабыҙ икәү булды, — тип һөйөнөсөн йәшермәй хос-писты етәкләгән Регина Иҫәнбулатова.

«Йомарт ҡулға мал керер» тип бушҡа әйтмәгән бит халыҡ, ярҙам итеүселәргә Хоҙай сауабын күп тапҡырға арттырып ҡайтарыр. Ныҡ сирлеләрҙең хәлен бер аҙ ғына ла булһа еңеләйтергә саҡырылған хосписҡа артабан да ярҙам итеүселәр, моғайын, табылып торор, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: