+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Май 2019, 11:44

Ташламалы ун көнлөктө файҙаланып ҡалығыҙ

26 майға тиклем иғлан ителгән ташламалы хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

26 майға тиклем иғлан ителгән ташламалы хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Икенсе ярты йыллыҡҡа район баҫмаларына почта бүлексәләрендә, почтальондарҙа һәм редакцияның үҙенә килеп тә яҙылырға була. Бынан тыш, Рәсәй почтаһы хәбәр итеүенсә, гәзит-журналдарға яҙылыуҙы онлайн рәүештә podpiska.pochta.ru сайты аша эшләргә мөмкин. Ошо осорҙа «Изгелек ағасы» акцияһында ҡатнашып, берәй социаль учреждение — балалар йорто, китапхана, хоспис исеменә гәзит яҙҙырырға була. Шулай уҡ күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, яңғыҙ йәшәгән ололар адресына ла район гәзитен яҙҙырырға мөмкин. Рамаҙан айында бындай изгелек эшләп, ҙур сауап та алыр инегеҙ.

Ташламалы ун көнлөктә «Осҡон» гәзитенә яҙылыу хаҡы алты айға 801 һум 54 тин буласаҡ, һуғыш ветерандарына, I, II төркөм инвалидтар өсөн «районка» 730 һум 86 тингә төшәсәк.

Гәзиткә яҙылып квитанция күсермәләрен беҙгә ебәргәндәр араһында йылдағыса бүләктәр уйнатылыуы хаҡында ла онотмағыҙ! Был дүшәмбелә «Осҡон»ға яҙыл һәм бүләк от!» уйынының тәүге еңеүсеһе билдәләнде. Ишбулды ауылынан Раиф Ғүмәров автомобиль өсөн компрессор отто. Еңеүсене редакцияла көтөп ҡалабыҙ, үҙең менән паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен алып килеү мотлаҡ.

Мөхәрририәт.
Читайте нас: