-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Май 2019, 12:06

Китап алһаң ҡулыңа, нур һибелер юлыңа

Район китапханаһында йыл да үткәрелгән «Китап уҡыусы ғаилә» конкурсы быйыл Баш-ҡортостаныбыҙҙың оло юбилейына һәм Театр йылына арналды.

Район китапханаһында йыл да үткәрелгән «Китап уҡыусы ғаилә» конкурсы быйыл Башҡортостаныбыҙҙың оло юбилейына һәм Театр йылына арналды. Ижади бәйгелә күберәк йәш ғаиләләр ҡатнашыуы ҡыуандырҙы. Ауылдарҙан килгән һәр ғаилә башҡорт милли аш-һыуынан, ҡул эштәренән торған күргәҙмә ойошторҙо. Асҡарҙан Хисмәтовтар ғаиләһе ҡурсаҡтар, Һамарҙан Мөхәмәтшиндар эш ҡоралдары, уйынсыҡтар килтергәйне.

Хәмиттән Мөлөковтарҙың күргәҙмәһе иһә иң байы, иң күркәме булғандыр, моғайын. Аш-һыуҙың, үҙҙәре теккән милли кейемдәрҙең күп төрлө булыуы күҙгә ташланды. Ғөмүмән, ҡайһы ғына ғаиләне алһаң да күргәҙмәлә бөтә оҫталыҡтарын, ҡул эштәренә маһирлыҡтарын күрһәтергә тырышты.

Бәйгегә барлығы ун ике ғаилә сыҡты. Тәүге турҙа конкурсанттар үҙҙәре менән таныштырҙы. Һәр команданың исеме, девизы күңелгә ятышлы шиғри формала булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Мәҫәлән, Һамарҙан килгән Мөхәмәтшиндар ғаиләһенең исеме «Китап — тоғро дуҫыбыҙ» булһа, девизы: «Ҡулыма алһам китап, күңелем булыр бик шат». Балалары Илсур, Нурзилә, Асия ла сығыш яһаны был бәйгелә. Рауилдан Ғибәҙәтовтар, Асҡарҙан Хисмәтовтар, Салауаттан биш бала тәрбиәләгән Ғөбәйҙуллиндарҙың сығыштары ла бай йөкмәткеле булды. Иҙәш Ҡусҡарынан килгән Шәриповтар үҙҙәренә исемде «Нурлы ғаилә» тип алһа, девизды ла шуға ярашлы шиғри формала уйлағандар: «Китап алһаң ҡулыңа, нур һибелер юлыңа». Бөтә ғаиләләрҙең дә сығышын, әлбиттә, балалар биҙәне. Атауҙынан биш бала тәрбиәләгән Ғәббәсовтар ғаиләһенән (һүрәттә) Максим Новиков менән Полина Скурлаева Мостай Кәримдең «Россиянмын» һәм «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырҙарын саф башҡорт телендә һөйләп ишеттерҙе, Салауат ауылынан Ғөбәйҙуллиндар ҙа күмәкләп Башҡортостан тураһында йыр башҡарҙы, шиғыр ҙа һөйләне. Хәмиттән килгән Мөлөковтарҙың өлкән ҡыҙҙары Әнфисә матбуғатҡа әүҙем яҙышҡаны өсөн «Аманат» журналының йәш хәбәрсеһе исемен алһа, кесе ҡыҙҙары Иркә — бокс буйынса республика чемпионы.

Бәйгенең икенсе өлөшөндә һәр ғаилә үҙҙәре уҡыған әҙәби әҫәрҙән өҙөк сәхнәләштереп күрһәтте. Әйтергә кәрәк, күптәре арҙаҡлы шағирыбыҙ М. Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Өс таған» һәм «Әлфиә хикәйәләре»н һайлаған.

Шуныһы ҡыуаныслы: Үтәгәндән Ялмырҙиндар, Рауилдан Ғибәҙәтовтар, Әбделмәмбәттән Ҡарасбаевтарҙың сәхнә күре-нештәрендә балалар ғына сығыш яһаны. Үтәгән уҡыусылары Шайморат Заһитов менән Раян Ялмырҙин Әсғәт менән Кендек ролдәрен ысын артистарҙан бер ҙә кәм башҡарманы. Асҡарҙан Батталовтар ғаиләһе Хужа Насретдин мәҙәктәрен, ә инде Сиҙәмдән Низамовтар Кәбир Аҡбашевтың «Һипкелле ҡыҙ» әҫәрен сәхнәләштерҙе. Уларҙың сығыштарын да тамашасылар алҡыштар менән оҙатты.

Бәйгене алып барыусы Айгөл Тоҡомбәтова башҡорт әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса әҙерләгән викторина һорауҙарына яуап биреү буйынса ла ғаиләләр араһында белемле, ғилемле кешеләрҙең күп булыуы билдәле булды. Сиҙәмдән Низамовтар, Асҡарҙан Хисмәтовтар, Әбделмәмбәттән Ҡарасбаевтар менән Байымдан Мәхмүтовтарҙы тап шундайҙар рәтенә индерергә була.

Дөйөм иҫәп буйынса бәйгелә Үтәгән ауылынан Ялмырҙиндар ғаиләһе Гран-при яулаһа, Хәмиттән Мөлөковтар беренсе, Асҡарҙан Хисмәтовтар менән Һамарҙан Мөхәмәтшиндар икенсе урында билдәләнде. Ә өсөнсө урынға Атауҙынан Ғәббәсовтар, Низамовтар (Сиҙәм), Батталовтар (Асҡар) сыҡты. Ҡалған ғаиләләрҙең сығышы төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Еңеүселәрҙең барыһына ла ҡиммәтле бүләктәр менән дипломдар тапшырылды.

Зөһрә КАШАПОВА.
Читайте нас: