+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Май 2019, 12:27

Йәнең теләгәнде һайлап ал!

Көндәр йылыға тартыу менән Асҡарҙың ҡош-ҡорт, үҫентеләр һатыу баҙарында һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа әүҙемләште.

Көндәр йылыға тартыу менән Асҡарҙың ҡош-ҡорт, үҫентеләр һатыу баҙарында һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа әүҙемләште. Шулай булырға тейештер ҙә, сөнки үҫтереү өсөн себештәр алыу, емеш ағастары, йәшелсә, сәскә үҫентеләр ултыртыу мәле етте бит.

Баҙарға барып инеү менән аллы-гөллө сәскәләр күҙгә ташлана. Ниндәй генә төрлө сәскә үҫентеләре һатылмай бында. Емеш ағастары, йәшелсә үҫентеләре менән һатыу итеүселәр ҙә байтаҡ. Уларға хаҡтар сорттарына ҡарап төрлөсә.Сәскә үҫентеләренең хаҡтары (бер төпкә):

петуния – 25-50 һум;

виола – 35 һум;

примула – 120 һум;

пион – 500 һум;

роза (ҡыуағы) – 100-150 һум һ.б.

Емеш ағастарынан: алма (бер төбө) – 200-300 һум;

груша – 200-300 һум;

абрикос – 200-250 һум;

ҡарағат – 200 һум;

айыу баланы – 200 һум;

слива, червишня – 200-250 һум һ.б.

Помидор, борос, ҡыяр үҫентеләренең бер төбөн 25, кәбеҫтәне 15 һум менән тәҡдим итәләр.

Орлоҡҡа картуфтың бер биҙрәһенә 100 һумдан һорайҙар.

Баҙарҙың ҡайһы урынында себеш һатылғанын уларҙың сипылдашҡан тауышынан тойомларға була: ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ себештәренең ниндәй генә тоҡомлоһо ла, ниндәй генә ҙурлыҡтағыһы юҡ. Бына уларға хаҡтар:

бройлер тауыҡ себештәренең 4 көнлөгө – 65; 10 көнлөгө – 90, 18 көнлөгө -140; 27 көнлөгө 190 һум;

индоутка –150 (ҙурырағы 190) һум;

өйрәк – 90 (ике айлығы 300) һум;

мулард – 230 һум (16 көнлөк);

ҡаҙ себештәре – яңы тыуғандары 160, ике айлыҡтары 300 һум.

Асҡар баҙарында көнүҙәк тауарҙарға яҡынса хаҡтар шулайыраҡ. Аҡсаң ғына булһын, йәнең теләгәнде һайлап алырға мөмкин.

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: