-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Июнь 2019, 12:51

Бала саҡтың сағыу көнө

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә «Уңыш» стадионы шығырым тулы халыҡтан һабантуй ише ҡайнап торҙо.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә «Уңыш» стадионы шығырым тулы халыҡтан һабантуй ише ҡайнап торҙо. Аллы-гөллө кейенгән кескәйҙәрҙең ҡыуаныслы шат тауышы, ата-әсәләрҙең бәхетле йылмайыуы сыуаҡ матур көндө тағы нурлап, йәмләп ебәрҙе. Стадионға тулыһынса балалар хужа ине. Бөтә майҙанға йәйелгән аттракциондар, ҡыҙыҡлы уйындар араһында йүгереп йөрөгән терегөмөштәй балаларға ҡарап хатта күҙ эйәрмәй ине. Әле коляскала ғына ятҡан бәпестәрҙән башлап буйсан үҫмерҙәргә тиклем һәр ҡайһыһы үҙ зауығына, йәшенә тап килгәндәй сараларҙа ҡатнашты, бүләктәр алды. Ә өлкәндәр уларҙың именлеге-хәүефһеҙлеге һағында күҙ-ҡолаҡ булды.

Волейбол майҙансығы сәхнә ролен үтәне. Йылдың иң хәсрәтһеҙ, бәхетле байрамы менән район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов тәбрикләне.

– Балаларҙың именлеге, ҡурсаулығы дәүләт кимәлендә иғтибар үҙәгендә. Әммә иң ҙур яҡлау һәм терәкте бала ғаиләлә таба. Һәр сабыйға ата-әсә ҡосағында бәхетле бала саҡ кисерергә яҙһын. Районыбыҙ күп яҡлы һәләтле балаларға бик бай. Беҙ һеҙҙең уңыштарға ҡарап һөйөнәбеҙ, ғорурланабыҙ һәм ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, – тине Раян Баян улы.

Мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Г. Ә. Рәхимова Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө йәй, каникулдар башланған көнгә тура килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, уҡыусыларҙың ял миҙгелен имен-һау үткәреп, көҙгөһөн мәктәпкә үҫеп, көс туплап килеүҙәрен теләне. Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Д. И. Харрасов та байрам сәбәпселәренә иң йылы теләктәрен юлланы.

ЗАГС бүлеге начальнигы Ф. М. Әхмәтова һәм район хакимиәтенең бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия секретары Н. Ғ. Фәттәхова «Коляскалар парады»на йомғаҡ яһаны. «Тирмәкәй» әкиәте буйынса биҙәлгән коляска өсөн Эвелина һәм Аделия Илһамовалар еңеүсе булды. Тирмәләге башҡорт ҡыҙы Адель Сирубаева һәм кәрзиндәге еләк Әмилә Ямалова икенсе-өсөнсө урындарға лайыҡ булды. Буласаҡ полиция хеҙмәткәре Фаяз Әминев әүҙемлек өсөн номинацияла билдәләнде. Парадҡа ҡурсағын алып сыҡҡан 5 йәшлек Әмилә Ғилманова тамашасылар һөйөүен яулап, махсус бүләк алды.

Артабан сәхнә түрен балалар биләне. Йыр-бейеүгә һәләтлеләр ижади таланттарын күрһәтте. Һүҙгә маһирҙар үҙҙәрен алып барыусы булараҡ һынаны.

Өҫтәмә белем биреү усаҡтары педагогтары ҡыҙыҡлы ярыштар ойошторҙо. Еңеүселәргә мәрәй-жетондар бирелде. Уларҙы йыйып барып бүләккә йәки тәмлекәстәргә алмаштырыуы үҙе бер мауыҡтырғыс уйын булды. Жетондар күберәк булған һайын ҙурыраҡ бүләк алырға мөмкин ине, шуға балалар кемуҙарҙан һәр төрлө ярышта ҡатнашты, бер кем дә тик торманы.

Йәш рәссамдар асфальтта һүрәттәр төшөрөү конкурсында ҡатнашты. Бала саҡтың үҙе кеүек сағыу аҡбурҙар балалар фантазияһы менән һоро ерҙе йәйғор төҫтәренә мансыны.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: