+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Июнь 2019, 11:05

Төклө аяғың менән, бәпес!

Башҡортостанда милли проекттарға 175,1 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк.

Милли проект һүҙе бөгөн республикала йәшәүсе һәр кемгә таныш. Белеүегеҙсә, Рәсәй халҡының социаль һәм иҡтисади тормошон яҡшыртыу өсөн хөкүмәт тарафынан өҫтөнлөклө 12 йүнәлеш билдәләнде. Уларҙы 2028 йылға тиклем тормошҡа ашырыу күҙаллана. Башҡортостанда милли проекттарға 175,1 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк.
Беренсенән, бөгөн көнүҙәк булған «Демография» милли проекты. Тыуымды арттырыу, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү — уның төп маҡсаты. Был проектҡа 34,4 миллиард һум бүленә. Аҡса аҙ тәьмин ителгән, тәүге балаһы тыуған ғаиләләргә 10 мең һум күләмендә айлыҡ түләм; күп балалы ғаиләләргә 6 процент менән ташламалы ипотека; мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә 2 меңдән ашыу ЭКО процедураһы уҙғарыу; 2019 йылда 19 балалар баҡсаһы төҙөү кеүек йүнәлештәргә тотонола.
Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин әйтеүенсә, ил Президенты В. В. Путин билдәләгән маҡсатҡа ярашлы, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сиратты бөтөрөү, ясли төркөмдәрен булдырыу ҙа ошо проект аша финансланасаҡ.

Читайте нас: