+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Июнь 2019, 12:26

«Фантазия» бейеүселәре хореографик проектта ҡатнашты

«Фантазия» хореография ансамблендә шөғөлләнеүселәр «Танцуй ДА’ BRO–2» хореография проектында ҡатнашты.

Асҡар сәнғәт мәктәбенең «Фантазия» хореография ансамблендә шөғөлләнеүсе 15 бала «Абҙаҡ» балалар комплексында ял итте һәм смена сиктәрендә уҙған «Танцуй ДА’ BRO–2» хореография проектында ҡатнашты.

— Был проектта ҡатнашып көсөбөҙҙө һынап ҡарарға сәнғәт мәктәбе директоры Г. Ә. Нияҙғолова тәҡдим итте. Мин лагерға хореограф булып урынлаштым, — тип һөйләй Абҙаҡта үҙенең кескәй бейеүселәрен ҡурсалап оҙатып алып йөрөгән педагог Э. Ә. Килдейәрова.

Эльвира Әнүәр ҡыҙы этно-фолк йүнәлешендә оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Бынан тыш, балалар менән Силәбе өлкәһенең, Башҡортостандың билдәле хореографтары хип-хоп, туттинг, поппинг, C-walk, брейк-данс йүнәлештәрендә шөғөлләнә. ТНТ каналының «Танцы», Беренсе каналдың «Танцуй» проекттары еңеүселәре Илшат Шабаев һәм Александр Могилевтан бейеү серҙәренә өйрәнеү бәхете тейә. Кис һайын репетициялар уҙғарыла, смена аҙағында үтәсәк ҙур гала-концертта еңеү яулар өсөн барыһы ла тырышлыҡ һала.

Хореография дәрестәренән тыш, балалар өсөн, әлбиттә, төрлө интеллектуаль уйындар, отряд-ара ярыштар, иртәнге зарядкалар, спорт саралары, бейеү буйынса батлдар үткәрелә. Лагерҙағы һәр көн күңелле, ваҡиғаларға бай була, бошоноп ултырырға һис ваҡыттары ҡалмай.

Гала-концерт юғары кимәлдә ойошторола. Сығыштар өсөн махсус рәүештә костюмдар ҙа тегелә. «Фантазия» коллективы ҡатнаш төркөмдәр категорияһында I дәрәжәле диплом һәм кубок менән бүләкләнә. Шулай уҡ «Асыш» номинацияһында еңеүсе тип табылып, махсус бүләккә лайыҡ булалар.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: