+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Июнь 2019, 16:58

Яңы торлаҡ биреләсәк

Республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә 2500 граждан яңы торлаҡлы буласаҡ.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды Башҡортостан Республикаһының авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереүгә финанс ярҙамы күрһәтеүгә бирелгән заявкаһын ыңғай хәл итте. 2017 йылға тиклем авария хәлендәге йорттарҙа йәшәй тип танылған граждандарҙы күсереүгә фондтан 282,42 миллион һум аҡса бүленәсәк. Төбәк үҙенән дә 63,4 миллион һум саралар өҫтәйәсәк. 10 муниципаль берәмектәге авария торошондағы 206 торлаҡтан бөтәһе 666 кеше күсереләсәк.
Республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә 2500 граждан яңы торлаҡлы буласаҡ. Башҡортостан Республикаһының 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән адреслы программаһы аша мохтаж ғаиләләргә 923 фатир биреләсәк. Уға бөтәһе 1649,22 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.
2016 йылға тиклем 14 527 иҫке йорттан 40845 кеше күсерелгән.
Читайте нас: