Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Июнь 2019, 17:58

«Алға» юлға әйҙәй

24 июндән республикала «Алға» берҙәм транспорт картаһы һатыла башланы.

24 июндән республикала «Алға» берҙәм транспорт картаһы һатыла башланы. Картаның хаҡы 50 һум. Карта эйәһе уның балансын үҙе теләгән суммаға тулыландыра һәм уның ярҙамында йәмәғәт транспортында йөрөгән өсөн ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшә ала. Башта транспорт картаһы менән Өфө халҡы файҙалана аласаҡ, аҙаҡ ул республиканың башҡа ҡала һәм райондарында ла әйләнешкә инәсәк.
Берҙәм транспорт картаһы 1 июлдән эшләй башлаясаҡ. Автобус салондарына терминалдар ҡуйыла. Карта махсус урындарҙа һатыласаҡ.
Читайте нас в