Башҡортомдоң бихисап аҫыл улдарының береһе, ХХ быуат башындағы шанлы ваҡиғаларҙың уртаһында,алдында йөрөүсе, беренсе республикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, шағир Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асыу тантанаһы ла Бишенсе йыйын көнөнә тура килде.
Бабич, беҙҙең Бабич!.. Күҙгә йәш тулды... Был тантанала БР Башлығы Радий Хәбиров, делегаттар, ҡала халҡы ҡатнашты. Халыҡ шағиры Хәсән Назар, халыҡ артисы, Бабич тоҡомонан Таңсулпан Бабичева, һәйкәл авторы Андрей Ковальчук, Бабич премияһы лауреаты Лариса Абдуллина сығыш яһаны.