+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Июль 2019, 11:34

Һуғыш күрмәгән атайҙарҙың яуға ингән улдары улар

1 июлдә Рәсәйҙә Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнә

1 июлдә Рәсәйҙә Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнә

Һуңғы йылдарҙа Төньяҡ Кавказ хәрби округындағы локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәр хәрәкәте әүҙемләште. Улар ойошмаға тупланып, әлдән-әле төрлө йыйындар уҙғарып, патриотик сараларҙа ҡатнашып тора, Еңеү парадына сыға. «Боевое братство» ойошмаһының Әбйәлил филиалы егеттәре үҙ көстәре менән район үҙәгендә локаль бәрелештәрҙә һәләк булған яуҙаштары иҫтәлегенә һәйкәл асырға йыйыныуҙары хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Күмәкләгән яу ҡайтарған — улар был эште ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дәррәү башҡарып сыҡты. Көн һайын алмашлап Асҡарға килеп, ДОСААФ биләмәһендә урынлашасаҡ һәйкәл биләмәһен төҙөкләндерҙе, постамент әҙерләне, таштан юл һалып, ялтыратып сыҡты, ғөмүмән, күләмле эштәр атҡарҙы. Әйтергә кәрәк, дөйөм хеҙмәттән яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары, ҡатындары ла ситтә ҡалманы: һәйкәлдең тирә-яғына сәскә ултыртты, эшселәрҙе туҡландырыу яғын хәстәрләне.Ниһайәт, тантаналы көн етте. Сараны муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, хәрби комиссар Рөстәм Ғәҙелшин асты.

— Әбйәлил егеттәре Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан данлыҡлы олатайҙары кеүек ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәй, улар маҡтаулы хеҙмәт итә, — тине Илдар Таһир улы. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн дә донъялар тыныс түгел. Шундай афәттәрҙең береһе — Чечен Республикаһындағы һуғыш. Унда беҙҙән 600-гә яҡын егет ҡатнашты һәм һәр позицияла ҡаһарманлыҡ, хәрби антҡа тоғролоҡ өлгөһө күрһәтте. Йәл, 13 яҡташыбыҙ был утлы яуҙан иҫән сыға алманы. Улар һуңғы һулышынаса батырҙарса алышып, һәләк булды. Батыр егеттәрҙең рухтары тыуған төйәгенә мәңгелек хәтер булып ҡайтты. Хәтер тере булһын өсөн ҙур эш башҡарылғанын күрәбеҙ — район үҙәгендә тағы бер зауыҡлы һәйкәл асылды. Ойошмағыҙ эше тағы ла дәртлерәк барһын, бөтәгеҙгә лә һаулыҡ, именлек теләйем.И. Т. Нафиҡов һәйкәл төҙөүгә, эште ойоштороуға ҙур өлөш индергән хәрби хәрәкәттәр ветерандары Радмир Ғиләжев, Рузил Низаметдинов, Салауат Хөснийәров, Азамат Шәйәхмәтовҡа район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Хәрби комиссар Рөстәм Ғәҙелшин: «Бөгөн ошо тигеҙ сафта хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Рушан Ахунйәнов, Айнур Әхмәтйәнов, Әсләм Әхтәмов, Илнур Ғүмәров, Ринат Зәйнуллин, Айҙар Мөхтәруллин, Женя Медведев, Камил Сәйфуллин, Фәнис Фазылйәнов, Илдар Хажин, Рөстәм Шәйәхмәтов, Венер Шаһимәрҙәнов һәм хәбәрһеҙ юғалған Илһам Шәрәфетдинов та баҫып тора тип хис итегеҙ. Һеҙ улар тураһында иҫтәлек мәңгелек булһын өсөн тырыштығыҙ. Ватаныбыҙҙың ысын улдары булыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт», — тине һәм шаһит булған яугирҙәрҙең ата-әсәләренә, туғандарына сабырлыҡ теләне. Хәрби комиссариаттың рәхмәт хаттарына район башлығы Илдар Нафиҡов, район үҙәге ойошма-учреждениелары етәкселәре Айрат Хәкимов, Нәдип Шәғәлин, Ринат Аҡсурин лайыҡ булды. Рөстәм Миңлеғәле улы бер төркөм яугирҙәргә «Төньяҡ Кавказдағы хеҙмәт өсөн» миҙалдарын таҡты.

Тантана сиктәрендә Урал урта мәктәбенең Салауат Рәжәпов етәкселегендәге «Юнармия» хәрәкәте ағзаларына «Юнармейская доблесть» миҙалдары тапшырылды. С. Рәжәпов үҙе ДОСААФ ойошмаһының рәхмәт хаты менән билдәләнде.

Бынан һуң «Боевое братство» ойошмаһы етәкселәре һәйкәлде төҙөү өсөн матди ярҙам күрһәткән хәрби хәрәкәттәр ветерандарын бүләкләп үтте.

Абхазияла һәләк булған яугир Рөстәм Шәйәхмәтов иҫтәлегенә бокс турниры уҙғарыуҙары, хәрби-патриотик тәрбиә эшенә индергән өлөштәре өсөн Илүзә һәм Азамат Шәйәхмәтовтар Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәх-мәт хатын алып ҡыуанды. Рөс-тәмдең һеңлеләре Фидалиә менән Илзидә матур йыр бағышлап, тантанаға йәм өҫтәне.

Иҫтәлекле мемориалды асыу хоҡуғы Илдар Таһир улы һәм Рөстәм Миңлеғәле улына бирелде.

Ҡара мәрмәр ташта һынландырылған Рәсәй һалдаты тауҙар араһына заданиеға юлланған, уның баш осонда вертолеттар өйөрөлә... Ә бәләкәйерәк таҡтаташта һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың исемдәре уйылған. Мәрхүмдәрҙең тантанаға саҡырылған ата-әсәләре, туғандары был мәрмәр янына сикһеҙ һағыш тулы ҡараштары менән сәскәләр һалғанда сарала ҡатнашыусылар күҙ йәштәрен тыя алманы. Уларҙың хис-тойғолары аңлатып бөткөһөҙ. Һәләк булған егеттәр — һуғыш күрмәгән атайҙарҙың ут эсенә ингән улдары. Балаҡайҙарын армияға оҙатҡанда берәү ҙә цинк табут ҡаршы алырмын тип күҙ алдына килтермәгәндер, көнө-төнө доға уҡып, малайҙарының имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләгәндер. Тик яҙмыш үҙенсә хәл итә шул...

— Ринат улыбыҙ юрист булырға хыялланғайны, әммә юғары уҡыу йортона конкурстан үтә алмағанға, тәүҙә хәрби бурысымды үтәп киләйем тип армияға юлланды, — тине яуап һүҙендә Ғәлиә апай Зәйнуллина. — Уларҙы боевиктар уратып алғас, улыбыҙ әсиргә төшөргә теләмәгәнлектән, һуңғы патронғаса атышып, һуңынан бандиттар менән бергә үҙен шартлата. Батыр, бер һүҙле бул тип тәрбиәләгәнгә шул аҙымға бара ул. Бәлки әсирлеккә эләкһә, тере ҡалып, ҡасан булһа ла ҡайтыр ине, тип уйлаған саҡтарым да була. Әммә беҙҙең улдар илен һатманы, береһе лә дезертир булманы, аҙаҡҡаса Ватанға тоғро ҡалды. Шул ғорурлыҡ тойғоһо ғына йәшәүгә көс биргәндәй. Балаларыбыҙ хаҡында хәтерҙе мәңгеләштереүегеҙ өсөн барығыҙға лә рәхмәт.

Мәрхүмдәр рухына аят та бағышланды һәйкәл янында. Теләүселәр һүҙ алып, иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Район Советы депутаты Рәсүл Шөғүров Ҡужан ауылы егете Рушан Ахунйәновтың исемен Салауат мәктәбенә бирергә тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. «Боевое братство» ойошмаһының Сибай һәм Баймаҡ филиалдары ағзалары ла сараға теләктәшлек белдерҙе.

Хәтер тере. Район үҙәгендәге яңы һәйкәл быны иҫбатланы. Бары донъялар ғына имен торһон, илебеҙҙә шартлау, атыш тауыштары яңғырамаһын, улдарыбыҙ һалдат бурысын имен-һау ғына үтәп ҡайтһын.

Резеда ХӘСӘНОВА.


Читайте нас: