-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Июль 2019, 10:54

Йәшәү рәүешенә әйләнәсәк

Республикала “Демография” милли проектына ярашлы, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр иҫәбен 2024 йылға тиклем 55 процентҡа тиклем еткереү планлаштырыла.

Республикабыҙҙа, “Демография” милли проектына ярашлы, физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнгәндәр иҫәбен 2024 йылға тиклем 55 процентҡа тиклем еткереү планлаштырыла.


Әле иһә был күрһәткес 20 процент, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан.


– “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектына ярашлы, быйыл республиканың ҡала-райондарында бәләкәй спорт майҙансыҡтары йыһазландырыласаҡ, хоккей ҡаптары яңыртыласаҡ. Йыл аҙағына был шөғөлгә 20, - 35,2 процент халыҡты йәлеп итеү бурысы тора”, – тиелә Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәтендә.


Бынан тыш, профилле спорт мәктәптәрендәге футбол майҙандарының яһалма япмаларын яңыртыу, был уҡыу йорттарына милли стандарттарға ярашлы ҡорамалдар алыу планлаштырыла. Йәштәргә килгәндә, 2024 йылға уларҙың 90-дан ашыу проценты спорт менән системалы шөғөлләнәсәк, тинеләр ведомствола. Проектты финанслау күләме быйылға 320 миллион һум буласаҡ, был сумманың 124 миллион һумы – төбәк бюджетынан.


Билдәле булыуынса, 2019 – 2024 йылдарға иҫәпләнгән “Демография” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Ғаиләләргә бала тыуғанда финанс ярҙам”, “Ҡатындарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ ҡылыу”, “Өлкән быуын”, “Йәмәғәт сәләмәтлеген нығытыу”, “Спорт – йәшәү рәүеше”.


Алты йылға дөйөм бюджет – 3,1 триллион һум. Милли проекттың кураторы – Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова, етәксеһе – хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин.




Читайте нас: