+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Июль 2019, 12:02

Ҡотло, нурлы ғаилә

Юлдаш ауылында йәшәүсе Гөлзифа менән Фәсхетдин Ғафаровтар ныҡлы, берҙәм ғаилә.

Һәр ғаилә үҙе бер айырым дәүләт тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Ер йөҙөндә күпме ғаилә булһа, һәр ҡайһыһының үҙ ҡанундары, үҙ тәртибе, башҡалар күҙенә әллә ни салынмаған үҙ ҡағиҙәләре бар. Хатта оҙаҡ бергә ғүмер иткән парҙар бер-береһенә оҡшап китә тигән хәҡиҡәт тә ысынбарлыҡ. Әллә күпме йылдар бер уй-теләк, маҡсаттар менән тормош юлынан барһаң, ысынлап та, бер-береңә оҡшай башлайһыңдыр ул...

Юлдаш ауылында йәшәүсе Гөлзифа менән Фәсхетдин Ғафаровтарҙы ныҡлы, берҙәм ғаилә булараҡ беләбеҙ. Күркәм, яҡты нур уйнаған йорттарына килеп инеү менән бында бәхетле, татыу ғаилә йәшәгәне күренеп тора.

Ғафаровтар икеһе лә Юлдаштан. Гөлзифа Миҙәхәт ҡыҙы Асҡар мәктәбен тамамлағас, юғары белем алыу маҡсатында Магнитогорск педагогия институтына бара. Яҡшы өлгәшкән ҡыҙ ҡабул итеү имтихандарын еңел генә тапшырып, уҡырға инә. Тик уның студент булыу хыялы тормошҡа ашмай. Ауылға ҡайтҡас, фермала һауынсылар етешмәй, уҡыу башланғансы эшләп тор тип саҡыралар. Сентябрь етә, Гөлзифаға алмашҡа килеүсе булмай, төркөмөндәге мул һөтлө һәүкәштәрен ташлап китергә йәлләй ул. Тилбер, эшкә шәп ҡыҙҙы хужалыҡ етәксе-леге лә ебәргеһе килмәй. Ә был ваҡытта «Йылайыр» совхоз-техникумында зоотехник һөнәрен алған Фәсхетдин фермаға мөдир булып килә. Ул 24-26 һыйырҙы «һә» тигәнсе ҡул менән һауған, эше араһында һарыҡ-бәрәсте лә ҡарарға өлгөргән Гөлзифаны бер күреүҙән оҡшата.

Бер ауылда йәшәһәләр ҙә, бер-береһен белмәгән йәштәр эш өҫтөндә таныша. Йыл ярым дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләне-шергә ҡарар итәләр. Киләсәккә яҡты хыялдар менән янған матур пар туғандарын, дуҫтарын һоҡландырып татыу ғаилә ҡора. Үҙ көстәре менән йорт күтәрәләр, бәхеттәрен ишәйтеп, балалары тыуа.

Фәсхетдин Хәлфетдин улы Юлдаш фермаһында мөдир булып 40 йыл эшләй. Ауыл хужалығында еңел булмаған, ҡатмарлы осорҙа үҙенең булдыҡлылығы, эшенә тоғролоғо арҡаһында ул ферманы тарҡатыуға юл ҡуймай, һаҡлап алып ҡала. Ҡасандыр 1200 башҡа тиклем эре мал тотолған, һарығы, сусҡаһы, ҡуянына тиклем булған фермалар әле лә гөрләй. Бында йылҡы, тана, һарыҡтар аҫырала, ҡош-ҡорттары күп. Хаҡлы ялға сыҡһа ла эш урынын ташламаған Фәсхетдин ағай ферма хәстәрҙәре менән янып йәшәй. Ауыл хужалығындағы оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте төрлө наградалар менән билдәләнгән. «Рәсәй агросәнәғәт комплексының почетлы хеҙмәткәре» юғары исеменә лайыҡ, Рәсәй, республика, район кимәлендәге бихисап маҡтау ҡағыҙҙары бар. Тырыш, эшһөйәр Ф. Ғафаров тынғыһыҙ эше араһында ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Дүрт саҡырылыш, йәғни ун алты йыл рәттән ауыл советы депутаты булып һайлана. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын ойоштороу комитеты рәйесе итеп ҡабат-ҡабат ҡуйыла. Бер һүҙ менән әйткәндә, Юлдаштың ихтирамлы, абруйлы кешеләренең береһе.

Уның ғүмер юлдашы Гөлзифа Миҙәхәт ҡыҙы ла 40 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә. Фермала һауынсы булып эш башлаған йәш ҡыҙ эшкә талымһыҙлығы, кеше менән тиҙ уртаҡ тел таба белеүе арҡаһында ҡайҙа ҡына эшләмәй. Һауынсы, быҙау ҡараусы, почтальон, ашнаҡсы була ул. 18 йыл ғүмерен Юлдаш клубында мөдир булып эшләүгә бағышлай. Бынан тыш, иңендә йәмәғәт бурыстары: ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр советтары ағзаһы, «Гөлғәйшә» фольклор ансамбле етәксеһе. Депутат та була, һайлау комиссияһында ла эшләй. Уның да республика, район етәкселегенән алған рәхмәт, маҡтау ҡағыҙҙары бихисап. Сирек быуат ғүмерҙәрен эшкә арнаған Ғафаровтар икеһе лә хеҙмәт ветераны.

Шулай ҙа был күркәм парҙың иң төп байлығы — ғаиләһе. Ата-әсә балалары өсөн өҙөлөп тора, ҡыҙҙары һәм улдары ла яҡындарын һөйөү һәм хәстәр менән солғап алған. Өлкән ҡыҙҙары Гөлназ Юлдаш клубы мөдире, әсәһенең эшен дауам итә. Улдары Дим Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. Гөлниса Асҡарҙа сауҙа нөктәһе һатыусыһы. Ейәндәре Денис, ейәнсәрҙәре Сафия, Алина, Ленария, Әминә уңыштары менән һөйөндөрөп үҫеп килә.

— Беҙҙең өсөн иң мөһиме — ғаиләлә бер-береңде аңлау, хөрмәт итеү, таяныс булыу. Берҙәмлек, татыулыҡ булғанда ғына бөтә эштәр алға барасаҡ, — тиҙәр Ғафаровтар.

Әйткәндәй, күмәк көс талап ителгән барлыҡ эште ғаилә бергәләп башҡара. Өсөһө лә Асҡарҙа төпләнгән балалары, һәр береһенең үҙ донъяһы булыуға ҡарамаҫтан, атай, әсәйгә ярҙамға бөтәһе лә ашҡынып ҡайтып төшә. Шул саҡта өй эсе күңелле, шат тауыштарға күмелә. Өләсәләре ейән-ейәнсәрҙәрен тәмле бишбармаҡ, ҡоймаҡтары менән көтөп тора.

— Байрамдар, тыуған көндәрҙе һәр ваҡыт бергәләп билдәләйбеҙ. Элек фермала ла, клубта ла шулай бер-беребеҙгә ярҙамлашып, күмәкләшеп йөрөй торғайныҡ. Бергәләшкәс, эштең ҡыйынлығы һиҙелмәй бит. Әле лә шулай. Аш-һыу бүлмәһендә лә ҡыҙҙарым, хәҙер ейәнсәрҙәрем ярҙамлашып үҫә. Он менән булашма, ҡамасаулама тип тыйманым. Күреп-белеп өйрәнеп үҫергә тейештәр бит. Бәйләмде лә бергә бәйләйбеҙ, күмәкләшеп китап уҡыйбыҙ. Олаталары балыҡҡа китһә, уға эйәрәләр, — ти Гөлзифа апай.

Ул ете балалы, иптәше һигеҙ балалы ғаиләлә үҫкән. Барыһын да өйөп-төйөп ултырған әсәһенән күрмәксе, хәҙер ул балаларын, ике яҡ туғандарын хәстәрләп йәшәй. Күршеләре менән дуҫ, татыу ғүмер итә Ғафаровтар. Хаҡлы ялда ла тыныс ултыра белмәгән Гөлзифа Миҙәхәт ҡыҙы фольклор ансамбле ағзалары менән йыш осраша, төрлө саралаға әҙерләнәләр, бергәләп күлдәк тегәләр, биҙәүестәр эшләйҙәр.

— Тормош юлыбыҙҙа гел яҡшы уйлы, ихлас кешеләр осраны. Беҙҙе ихтирам итеп торған «Заветы» хужалығы етәксеһе Ғамир Ғәлләмовҡа, район етәкселегенә, район Советы депутаты Ишморат Әми-невҡа рәхмәт, — тиҙәр Ғафаровтар. — Яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ беҙҙең өйҙә көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡтар. Киләсәктә лә барыбыҙ имен-һау булып, ошолай ҡыуанышып ҡына йәшәргә яҙһын.

Эйе, бер-береһенә булған һөйөү хистәрен юғалтмай, йылдар үткән һайын мөхәббәт тойғоһон ихтирам, тоғролоҡ менән нығытҡан, ғүмер юлын иңгә-иң терәшеп кенә уҙған был һоҡланғыс, өлгөлө ғаиләнең бәхете түңәрәк булһын, ҡото, бәрәкәте артһын, тип теләге килә.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: