Ашаған белмәй, тураған белә, ти халыҡ. Әлеге ваҡытта районда гөрләп уҙған ауылдаштар осрашыуына әҙерлектең дә михнәт-мәшәҡәттәре шул ауылдар халҡы иңенә төшә. Ҡунаҡтар ҡаршылауға донъяң балҡып ултырһын өсөн күпме финанс сығымдар, физик көс түгергә тура килә. Өс йыл элек кенә осрашыу үткәргән яңауылдар быйыл йәнә был бурысты намыҫлы атҡарып сыҡты. Сираттан алға төшөп байрам үткәрергә йөрьәт итеүҙәренең сәбәбе ерле лә, елле лә — Яңауылға быйыл 90 йыл!
Һәр ауылдың үҙенә генә хас холоҡ-фиғеле бар. Яңауылда, мәҫәлән, бал ҡортондай тырыш халыҡ йәшәй. Ауылда эш юҡ тип түбәгә төкөрөп ятҡан кеше юҡ бында: һәр кемдең үҙ шөғөлө, үҙ хәстәре. Халыҡ йә ҡалаға, йә район үҙәгенә йөрөп эшләй. Йәй булһынмы, ҡышмы — иртәнге етегә ауылдан машиналар ҡуҙғалып бөткән була. Өй хужабикәләре, ҡул араһына ингән бала-саға буш ултырмай, йорт эштәре, мал, баҡса ҡарау улар яуаплылығында. Ҡатындар һыйыр ағын аш итеп, аҙнаның бер көнөндә ҡалаға һатыуға алып барыуҙы ғәҙәт иткән. Дәүләт ауыл биләмәһе буйынса яңауылдар иң күп мал тотоуҙары менән һәм ишле ғаиләләр һаны буйынса алдынғылыҡты биләй, ти ауыл статистикаһын биш бармағы кеүек яҡшы белгән белгес, биләмәнең эштәр идарасыһы З. С. Шәғәлина.
Ә йорт-ҡаралтылар иҫ киткес төҙөк, күркәм. Сәмле хужалар йәшәгән оҫталар ауылы әллә ҡайҙан күҙгә ташланып тора. Байрам айҡанлы 101 хужалыҡтың йөҙөндә (хужаһы вафат булған бер йортҡа ғына буяу теймәгән) ниндәй ҙә булһа төҙөкләндереү эштәре башҡарылған: кемдер ҡыйыҡ ябыуын алмаштырған, йәиһә өйөн тыштан көпләгән, икенселәр евротәҙрә, семәрле ҡапҡа ҡуйған, өй беренсә рәшәткәләрҙең буяуы яңыртылған, хатта урамдағы электр бағаналарына тиклем ағартылған. Осрашыу айҡанлы Яңауылда 1900 метр юлды төҙөкләндереү, ике урамды тоташтырып 320 метр арауыҡҡа ҡырсынташ түшәү планға алынған. «Ләкин финанс тотҡарлыҡтар арҡаһында был эште байрамға тиклем башҡарып өлгөрмәнек. Юлдар йәй эсендә тәртипкә килтереләсәк», — тине биләмә башлығы И. Ә. Әлтәпов.
Ауылда ике урам. Ҡунаҡтарҙы Ш. Шаҡман урамы башында яҡты йөҙлө апайҙар йыр-моң менән ҡаршы алды. Ауылдың имамы Сәғәҙей Усманов аят бағышлағас, Мөнирә Дәминдарова урам буйлап экскурсияға алып китте.
— Урамға 1992 йылда нигеҙ һалынды, бөтәһе 18 хужалыҡ урынлашҡан. Ҙур, яҡты йорттарҙа күмәк балалы егәрле халыҡ йәшәй. Йәштәр ҡырға китмәй ауылда төпләнә. Беҙҙең урамда ғына алдынғы колхозсы Варис Йосоповтың дүрт балаһы нигеҙ ҡорҙо. Һуңғы йылдарҙа ер алыу мәсьәләһе киҫкенләшкәс, яңауылдар баҙап ҡалманы, атай йортона йәнәш итеп бер ихатала өй күтәреүселәр күп, — тине ул.
Яңауылда райондың башҡа ауылдарынан айырмалы ике ҡатлы яңы йорттар күп. Урын-еренә еткереп төҙөлгән Сәжиҙә һәм Фуат Бикмашевтарҙың ҡотло йорто алдында туҡталдыҡ. Алты балалы ғаилә был өйҙө дәүләт ярҙамына үҙҙәренең сикһеҙ тырышлығын ҡушып һалып ингән. Гөлфирә менән Радик Ишмырҙиндар бер йәйҙә заманса өй төҙөгән. Илсиә менән Рәзиф Хисмәтовтар фәҡәт үҙҙәренең көсөнә генә таянып бынамын тигән торлаҡлы булған. Рәзифтең ағаһы Хәниф менән еңгәһе Любовь та ике ҡатлы матур йортта донъя көтә. Хеҙмәт ветераны Ғәли Хәмзиндың ихатаһында шулай уҡ улы Илмир өр-яңы ике ҡатлы йорт төҙөп ингән. Оҫта тигән даны сыҡҡан Һибәтовтарҙан Мәүлиҙә һәм Азаматтың сынъяһау донъяһы тураһында һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Зәйтүнә һәм Хәҙис Һибәтовтар үҙҙәренең янында улдары Ильясҡа мөһабәт йорт күтәргән. Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ: бәләкәй ауылда өс урында балалар өсөн уйын майҙансыҡтары ҡоролған. Уларҙы оҫта ҡуллы, бала йәнле атайҙар үҙ ҡулдары менән булдырған.
Үҙәк урамда йәшәүселәр тураһында клуб мөдире Гөлнара Хәмзина ғорурланып һөйләне. Ғорурланырлыҡ та, емертеп донъя көткән урамдаштарында туғанлыҡ хистәре лә уғата ныҡ көслө. Ҡәйнә-килен, ағай-эне, апһындар үҙ-ара татыу, берҙәм. Быға һүҙһеҙ ҙә шаһит инек инде. Һәр йортҡа машина-машина булып ҡырҙан туғандары ҡайтыуы, байрам шатлығы өйҙәргә һыймай, тышҡа ташып сығыуы, ҡапҡа алдарына һыйлы табындар ҡороуҙары ишара ине. 80 йәше менән барған Рәшиҙә инәй Хисмәтова ла үҙе кеүек балҡып торған йортоноң алдына өҫтәл ҡуйып, өс быуатҡа яҡын ғүмерендә күпте күргән, көҙгөләй ялтыр еҙ самауырын ҡайнатып, ҡунаҡтарҙы тәмле сәй менән һыйланы. Ҡорамалары әлеге ваҡытта Австрияға һабантуйға киткән оҫтабикә Сәйҙә Муллағәләмованың да ғаилә ҡомартҡыһы булған бер быуатлыҡ тарих һаҡлаған самауыры байрам табынының түренә сығып ҡунаҡланы.
Халыҡ менән күрешеп, һый-ниғмәттәрҙән ауыҙ итә-итә ауылды урап сыҡҡас, байрам тантанаһы Әүнәш буйында дауам итте. Мәҙәни тамашаға ауылдың олоһо ла, кесеһе лә йәлеп ителгәйне. Яңауылдарҙы осрашыу айҡанлы Дәүләт ауыл биләмәһе башлығы И. Ә. Әлтәпов, район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов, Дәүләт урта мәктәбе директоры Б. Х. Илһамов тәбрикләне. Илмир Әүхәҙи улы сараға ҙур әһәмиәт биреп, сәмләнеп, дәртләнеп әҙерләнеүҙәре өсөн урындағы халыҡҡа рәхмәт белдерҙе, Раян Баян улы иһә яңауылдарҙың «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы йомғаҡтары буйынса район конкурсында 2016 йылдағы кеүек йәнә еңеп сығыуҙарын теләне, район хакимиәтенең бүләген — 25 мең һумлыҡ сертификатты тапшырҙы.
Ветеран уҡытыусы Сәлиха Хисмәтова ауылдың тарихына байҡау яһаны. XX быуат башында Әхмәт ауылынан бер төркөм кешеләрҙең артель ойоштороуы, уларҙан өсәүҙең ялан яҡҡа күсеп китеп нигеҙ ҡороуҙарынан барлыҡҡа килгән икән Яңауыл ауылы. Шул замандан ҡалмай, яңыса йәшәргә ынтылған тырыш кешеләрҙең вариҫтары бөгөн ауылда ең һыҙғанып донъя көтә лә инде.
Байрамды ойоштороу комитеты төрлө номинациялар буйынса ауылдаштарын билдәләп үтте. Яңауылдың иң оло кешеһе булған Бәғиҙә Байғәлинаға шәлъяулыҡ яптылар, 45 йылдан ашыу парлы ғүмер кисергән, балаларын эйәле-башлы иткән Әнисә һәм Варис Йосоповтар, Сәйҙә һәм Мөхәмәт Камаловтар, Ынйыбикә һәм Рәжәп Шакировтар, Сулпан һәм Зәки Нафи-ҡовтар, Гөлсәсәк һәм Рауил Шәмсетдиновтарҙы алдағы тормоштарында ла оҙаҡ йылдар тиңлектә сөкөрләшеп сәйҙәр эсергә яҙһын тигән теләктә матур сәй сервиздары менән бүләкләнеләр. Ауылдың иң оло пары — 65 йыл татыу ғүмер кискән, алты бала тәрбиәләп үҫтергән Нәтижә һәм Милләт Камаловтарға тип инселәп алынған бүләк тә тапшырып үтелде, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Милләт апаға был байрамды күрергә яҙманы, ул бер нисә көн элек донъя ҡуйғайны. Ололарҙан сабырлыҡ, татыулыҡ үрнәге алып, матур йәшәргә яҙһын тип, иң йәш ғаилә – Әминә һәм Руслан Низамовтар хөрмәтләнде. Яңауылдың иң кескәй кешекәйе булған Динә Дәминдароваға ла иҫтәлекле бүләк әҙерләнгәйне. Коляскалар парады байрамдың сағыу биҙәге булды. Игеҙәк бәпәйҙәре, береһенән-береһе кесе бәләкәстәре менән сәхнә алдынан үткән йәш ғаиләләр ауылдың киләсәге яҡты булыуына ышандырҙы. Бәләкәстәр иһә бүләктәр алып ҡыуанды.
Байрамды үткәреүгә күп көс һалған урындағы депутаттар Гөлнара Хәмзина һәм Шамил Әсәҙуллинға, ойоштороу комитеты ағзалары Гөлдәр Килдейәрова, Илсиә, Хәниф Хисмәтовтар, Айгөл, Мәүлиҙә һәм Хәҙис Һибәтовтарға ауыл биләмәһенең рәхмәт хаттары бирелде. Шулай уҡ өмәләрҙә әүҙем ҡатнашыусылар билдәләп кителде. Дәүләт мәҙәни-ял үҙәге директоры Н. З. Солтанова ауыл биләмәһенең генә түгел, райондың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәгән әүҙем инәйҙәр — Рәшиҙә Хисмәтова, Рәсимә Һибәтова, Сәйҙә Муллағәләмоваға рәхмәт хаттарын, клуб мөдире Гөлнара Хәмзинаға юбилейы айҡанлы профсоюздың бүләген тапшырҙы.
Көрәш, ҡолғаға менеү, тоҡ менән һуғышыу, арҡан тартышыу, футбол буйынса ярыштар ойошторолдо. Көрәш еңеүсеһе Заһит Абдуллин бүләккә тәкә алды. Байрамдың бағымсылары булып Мирхәт Рәжәпов, Юнир Таһиров, Хәҙис Һибәтов, Шамил Әсәҙуллин сығыш яһаны. Ҙур сараны ойоштороуға киткән сығымдарҙы өй беренсә аҡса йыйған ауыл халҡы ла күтәреште.
Бала саҡ эҙҙәрен һаҡлаған Әүнәш буйынан халыҡ тиҙ генә таралырға ашыҡманы. Байрамда ҡатнашыусылар сәхнәгә сығып алыҫ хәтирәләрен тағатты, һағыныулы йыр-моңдарын түкте, мауыҡтырғыс спорт сараларына ҡушылды, тамаша ҡылғандары ихлас көйәрмән булды. Осрашыуҙы лайыҡлы үткәргән яңауылдар эстафета вымпелын күрше Ҡушый ауылына тапшырҙы.