Кисә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнде. Нәҡ ошо матур байрам көнөндә Хәлил ауылынан Зөлфәр һәм Рабиға Байбулатовтар «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
Үҙ-ара мөхәббәткә һәм тоғролоҡҡа ҡоролған ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған, балаларын илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп үҫтергән, 40 йылдан ашыу бергә татыу, өлгөлө ғүмер кисергән Зөлфәр Зөлҡәфир улына һәм Рабиға Зыя ҡыҙына был награданы район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов тапшырҙы. — Һәр төбәк йәмғиәттең нигеҙе булған данлы халҡы, ил ҡотон һаҡларҙай, дәүләтебеҙгә терәк булырҙай ғаиләләре менән көслө. Һәр ғаиләлә мөхәббәт, тоғролоҡ кеүек сифаттар өҫтөнлөк итһә, улар ныҡ була, бынан ил дә, милләт тә көслө була, — тине Илдар Таһир улы өлгөлө парҙы тәбрикләп.
Эшкә уңған, дәртле Рабиға һәм Зөлфәр Байбулатовтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Ата-әсә тәрбиәһендә эш һөйөүсән, тәртипле булып буй еткергән ул-ҡыҙҙары ярҙамсыл, ихтирамлы, иғтибарлы булыуҙары менән айырылып тора.
Ҡыҙҙарының икәүһе лә ғаиләләре менән Ханты-Мансы автономия округының Мегион ҡалаһында төпләнгән. Земфира мәктәптә балалар уҡытһа, Эльвира балалар баҡсаһында тәрбиәсе, үҙҙәре икешәр балаға әсәй булғандар.
Улдары Илдар ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Башҡортостан телевидениеһында журналист булып эшләгән Илдар Зөлфәр улы менән ҡатыны Рәмзиә Кәримованы тотош республика һәм башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәр халҡы ихтирам итә. Уларҙың ғаиләһендә лә ике бала үҫеп килә.
Зөлфәр Зөлкәфир улы ғүмере буйына мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләп, спорт һөйгән, сәләмәт тормошто үҙ иткән бер нисә быуын тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индергән. Ул — Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Бер нисә саҡырылыш ауыл Советы депутаты итеп һайлана.
Рабиға Зыя ҡыҙы ла оҙаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә намыҫлы эшләп, халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙанған кеше.
Хаҡлы ялда булһалар ҙа, үҙ мәшәҡәттәренә күмелмәй, ил хәстәренә, башҡаларҙың йәшәйешенә битараф ҡалмай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашалар Байбулатовтар. Уларҙың иркен йортоноң ишеге балалары һәм ейәндәренә генә түгел, туғандары, дуҫтары өсөн дә һәр саҡ асыҡ.
Бөгөн Зөлфәр Зөлкәфир улы менән Рабиға Зыя ҡыҙы кәртә тултырып мал аҫрап, баҡса үҫтереп, бер-береһенә кәрәк һәм терәк булып, балаларына, ейәндәренә генә түгел, ауылдаштарына ла һәр яҡтан өлгө, үрнәк күрһәтеп бәхетле ғүмер кисерә.