+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Июль 2019, 10:48

Башҡортостан урмандарын һаҡлау — “Экология” милли проектының төп маҡсаты

Проекттың маҡсаты — республика биләмәһенән сығарылған һәм етештерелгән ағастың балансын булдырыу.

БР урман хужалығы министры М. Шәрәфетдинов “Россия-24” каналына биргән интервьюһында әйтеүенсә, “Экология” милли проекты сиктәрендә башҡарыласаҡ “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты ведомствоның төп йүнәлешенә әүереләсәк.
Проекттың маҡсаты — республика биләмәһенән сығарылған һәм етештерелгән ағастың балансын булдырыу. Ул 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Урманды һаҡлау буйынса раҫланған саралар планына ярашлы, ҡырҡылған ағас урынына үҫентеләр ултыртыу, урман тергеҙеү эшен киңерәк йәйелдереү ҡаралған. Бынан тыш урмасылыҡтарҙың матди-техник базаһын нығытыу, янғынға ҡаршы махсус ҡоролмалар менән тәьмин итеү, үҫентеләр запасы булдырыу күҙ уңында тотола.
Башҡортостанда урманды тергеҙеү 15,2 мең гектарҙа башҡарыласаҡ. Әле республикала 105 урман питмонигы бар, уның эш һөҙөмтәлелеген күтәреү ҡарала. Федераль бюджеттан урман хужалығы һәм урман янғындарын һүндереүгә махсуслашҡан техника алыу өсөн 422 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Конкурс процедуралары үткәндән һуң 71 берәмек махус техника алынасаҡ.

Читайте нас: