+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Июль 2019, 17:54

Бер осрашыу үҙе бер ғүмер

«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» осрашыуында Рәшиҙә Хисмәтова таҡмаҡ әйтеп, ҡунаҡтарҙы самауыр сәйе менән һыйланы.

«Еҙ самауыр эстәрендә
Ҡайнай Әүнәш һыуҙары.
Осрашыуға булған икән –
Йөрәгем ярһыуҙары»
– Яңауылда үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» осрашыуында Рәшиҙә Хисмәтова шулай тип таҡмаҡ әйтеп, ҡунаҡтарҙы самауыр сәйе менән һыйланы. Инәйгә 79 йәш, Яңауыл ауылына килен булып төшкәненә генә 60 йыл хәҙер. Ошо дәүерҙә уның еҙ самауырының ҡайнар, тәмле сәйе менән кемдәр генә һыйланмаған?! Әсәһенән ҡалған ҡомартҡыға – 281 йыл.
– Был самауырҙы атайым әсәйем бергә донъя көтә башлағас, 1929 йылда Троицк баҙарынан алып ҡайтҡан. Хәтеремдә, 1738 йыл тигән яҙыуы ла бар ине. Йышып йыуа торғас, яҙыу-биҙәктәре юйылып бөттө инде, – тип хәтер йомғағын һүтте хужабикә.
Ә Әүнәш һыуынан ҡайнатылған сәйҙең тәмлелеге! Күңелдәрҙә йылы хистәр ҡалдырған ошондай осрашыуҙар, иҫләрлек ваҡиғалар тормошобоҙҙа күберәк булһын!

Г. Күсәрбаева.
Читайте нас: