+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Июль 2019, 11:52

Бала саҡҡа ҡайтты ҡыҙҙар

Йәйҙең йәмле матур көндәренең береһендә хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Исхаҡ ауылы «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» байрамына ошонда тыуып үҫеп сит яҡтарҙа тормош көтөүсе ҡыҙҙарын йыйҙы

Ауыл бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, сараны сәбәп итеп, тыуған еренә ашҡынып, алтмыштан ашыу гүзәл зат ҡайтып төштө, ә килгән ҡунаҡтарҙың барлығы йөҙҙән ашыу ине. Ҡунаҡтарҙы ауылда тормош көтөүселәр милли аш-һыуҙар менән ихлас ҡаршыланы. Байрам обе-лискыға сәскә һалыуҙан башланды. Оло инәйҙәр ил-йорт именлегенә бағышлап доға ҡылды.

Артабан еңгәйҙәр йәш ҡыҙҙарға үҙҙәре килен булып төшкән саҡтағы «Һыу юлы» йолаһын күрһәтеп, ҡунаҡтар менән бергәләп, биҙәкле биҙрәләрен көйәнтәләргә элеп, урам буйлап Ҡыҙылға юл тотто. Юл буйына күңелдәрҙе күтәреп Зәкир Фәттәхов гармунда уйнап бейетһә, ҡыҙҙар үҙҙәренең йырлап үҫкән элекке йырҙарын көйләне. Мөлдөрәмә тулы күнәктәрҙәге йылға һыуынан сәй ҡайнатырға тип ашнаҡсы булып йөрөгән Рәйлә һәм Фәрзәнә Солтановалар самауырҙарға ҡуҙ һалып та ебәрҙе. Мәктәп янындағы Еңеүҙең 40 йыллығына арнап ултыртылған, хәҙер шаулап үҫкән ҡайындар ышығына мул ризыҡтан һығылған өҫтәл дә әҙерләп өлгөргән ине улар. Сәй табыны артында ауылдаш ҡыҙҙарын тәбрикләп район Советы депутаты Марсель Ғилманов бүләктәр тапшырҙы.

Әнүзә Ғибәҙәтова, Фәниә һәм Айгөл Фәттәховалар тырышлығы менән әҙерләнгән концерт тәҡдим ителде. Фәниә Фәттәхова 37 йыл ғүмерен Исхаҡ башланғыс мәктәбендә балаларға белем биреүгә бағышлаған, Йыһанур ағай менән өс бала үҫтергәндәр. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булыуына ҡара-маҫтан, төрлө сараларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, «Йәнгүзәл» ансамблендә бейей. Ейәнсәре Алтынай ҙа, өләсәһенә оҡшап, бейергә ярата, быйыл «Гүзәлкәй» район бәйгеһендә II урын яулаған. Айгөл Фәттәхова Буранғол мәктәбендә уҡыта. Тормош юлдашы Зәкир менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Алһыу Өфөлә юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Ҡалған балалары ла ата-әсәһе йөҙө- нә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Әнүзә Ғибәҙәтова ла алдынғылар рәтендә. Иптәше Ишдәүләт менән үҙҙәренең өс балаһы янына уллыҡҡа ике малай алып тәрбиәләйҙәр.

Концертты ауылдың әүҙем ҡыҙҙары — Мәскәү ҡалаһы студенты, «Йәшлек» гүзәле», «Мәскәү һылыуҡайы» бәйгеләре еңеүсеһе, «Алтын ай» бейеү ансамбле солисткаһы Сөмбөл Лоҡманова, Буранғол мәҙәни-ял үҙәге янындағы «Йәнгүзәл» ансамблендә бейеүсе, уҡыуҙа ла һынатмаған Диләфрүз Солтанова, төрлө йыр бәйгеләре лауреаты Әлиә Ғилманова, ауылдың кескәй йондоҙсоғо Алтынай Фәттәхова биҙәне. Ҡунаҡҡа ҡайтыусылар ҙа музыкаль күстәнәстәр менән һыйланы. Бала саҡтан бергә үҫеп, әлегәсә айырылмаҫ әхирәттәр булған Әлфиә Исмәғилева, Гөлнара Сәлмәнова һәм Илсиә Фәттәхова бөгөнгә тиклем һаҡлап йөрөткән мәктәп йылдарындағы йыр дәфтәренән йыр башҡарҙы. Шиғыр һөйләүселәр, таҡмаҡ әйтеп бейеүселәр ҙә булды. Йәш саҡтағы мажараларын, мәҙәк хәлдәрҙе һөйләп көлөштөләр. Байрамдың иң оло ҡунағы Сәлимә инәй Насироваға ла һүҙ бирелде. Ул барыһына ла изге теләктәрен әйтеп, фатиха бирҙе.

Исхаҡ тирәләй урынлашҡан йылға-тауҙарға, ер-һыу атамаларына бәйле ҡыҙыҡлы викторина ойошторолдо. Ҡыҙҙар, хәтирәләрен яңыртып, ҡайһы тауҙа усаҡ ҡабыҙыуҙарын, ҡайһы ҡоҙоҡтоң һыуын ташып эсеүҙәрен, ҡай тирәгә ҡарға бутҡаһына йөрөүҙәрен иҫкә төшөрҙө. Бер мәлгә генә бала саҡҡа ҡайтып, «Аҡ тирәк, күк тирәк», ҡапҡа тубы, өйрәк атыш уйындарын рәхәтләнеп уйнап алдылар, һикергестәрҙә ярыштылар. Разия Ғилманова ойошторған уйындар ҙа мауыҡтырғыс булды.

Ғөмүмән, байрамда ҡатнашыусылар фәҡәт яҡты тәьҫораттар менән тыуған еренән хәҙер донъя көткән ерҙәренә таралышты. Йәшлектәге иптәш ҡыҙҙары менән һөйләшеп, серләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Байрам аҙағында һәр береһенә иҫтәлекле миҙалдар тағылды. Буш ҡул менән ҡайтыусылар булманы. Исхаҡта йәшәүсе Һәнеүәт Лоҡманова бүләктәр таратты.

Ауылда клуб та, мәктәп тә эшләмәй. Сараны үткәрергә клуб мөдире йәиһә уҡытыусылар юҡ тип һылтанмай, урындағы халыҡтың бергә йыйылып был эште атҡарып сығыуы ҙур баһаға лайыҡ. Ойоштороусы апайҙарға рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Сәхнә эшләп, өҫтәл-ултырғыстар ҡу-йып һәм башҡа ир-егеттәр эшендә ярҙам итеп йөрөүсе Ишдәүләт Ғибәҙәтов, Зәкир һәм Йыһанур Фәттәховтарҙы ла маҡтап телгә алдылар. Байрам күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

Земфира ТӨХВӘТУЛЛИНА.

Әбделғәзе ауылы.
Читайте нас: