+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Июль 2019, 11:22

Асҡарҙа моряктар парады үтте

Йәкшәмбелә Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнде. Ил Президенты Санкт-Петербург ҡалаһында моряктар, диңгеҙ флотилияһы ҡатнашлығында парадты ҡабул итте. Был көн уңайынан Әбйәлилдә лә байрам саралары гөрләне.

Тәғәйен ваҡытҡа ветеран-моряктар, уларҙың яҡындары йыйылып бөтөүгә күптән булмаған ямғыр яуып ебәреүе яҡташтарыбыҙҙың һалдат йылдары һыу менән бәйле булыуын иҫбатлап, уларҙы тәбрикләгәндәй тойолдо.

Йыйылыусылар иң элек Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ азатлығы өсөн башын һалған әбйәлилдәр иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалды.

Үҙәк майҙанда сафтарға теҙелгән хәрби диңгеҙ флоты ветерандарын район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов тәбрикләне.

— Был Хәрби-диңгеҙ флоты көнө теүәл 80 йыл элек барлыҡҡа килгән. Илебеҙ буйлап башҡа ҡала-ауылдарҙағы кеүек был датаның быйыл беҙҙең районда ла киң билдәләнеүе ҡыуаныслы. Хәрби диңгеҙ походтары Ватаныбыҙ ҡеүәтен нығытыуға йүнәлтелгән генә булһын. Районда төрлө ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙы берләштереүҙе маҡсат иткән саралар үткәреү, уларҙы хөрмәтләү матур традицияға әйләнә. Артабан да Асҡарҙың үҙәк майҙаны һәм башҡа ауылдар ошондай сараларҙан гөрләп торһон, — тине Илдар Таһир улы.

Ветерандарҙы, уларҙың яҡындарын байрам менән шулай уҡ район хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Максим Гребенщиков, район моряктары ойошмаһы рәйесе Бикбай Насирйәнов, «Бөркөт» ойошмаһы етәксеһе Морат Йәнбирҙин тәбрикләне.

Артабан Төньяҡ, Тымыҡ океан, Ҡара диңгеҙ флоттары, Балтик, Каспий флотилиялары ветерандары үҙәк майҙан буйлап тантаналы атлап үтте. Хәрби кейемдәрҙәге яҡташтарыбыҙҙың тигеҙ сафтарҙа үтеүе байрамға сағыу төҫ өҫтәне.

Үтәгән ауылынан килгән Ф. Ғ. Солтанов ваҡытында Балтика флотында һыу аҫты кәмәһендә ете йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Бөгөн ул ғаиләһе менән Үтәгәндә йәшәй. Ҡатыны Нәсимә менән дүрт балаға ғүмер биргәндәр.

— Районда хәрби диңгеҙ флоты ветерандары ойошмаһы булдырылыуына сикһеҙ шатмын. Бергәләшеп район үҙәгендә хәрби диңгеҙ флоты ғәскәрҙә-рендә хеҙмәт итеүселәр иҫтәлегенә һәйкәл асыу хыялы менән янабыҙ. Бынан ары Еңеү көнөндә үтәсәк парадта ла ҡатнашасаҡбыҙ тигән ышаныстабыҙ, — ти Фәрит Ғәбдинур улы.

Байрам район мәҙәниәтселәренең сағыу сығыштары менән тамамланды.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: