-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Август 2019, 09:30

«Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә өр-яңы тракторҙар килде

Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектында 2019-2024 йылдарҙа урман хужалығы эштәрен һөҙөмтәле башҡарыуға һәм автопаркты яңыртыуға 422 миллион һум федераль аҡса бүленгән.

Әлеге ваҡытта урман аҙ ҡырҡылғас, урман ҡырҡыу һәм уны тергеҙеү араһында баланс һаҡланып килә. Шулай ҙа киләсәктә ағас әҙерләү күләмен арттырыу планға ингәс бындай балансты артабан да һаҡларға кәрәк буласаҡ.

Урман хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда 2024 йылға 15,2 мең гектар майҙанда урманды яңынан ултырыу планлаштырыла, уның яртыһы яһалма тергеҙеү. Был Рәсәйҙәге иң ҙур күрһәткестәрҙең береһе булып тора. Шулай уҡ яңы ултыртылған урмандың һөҙөмтәһе һәм сифаты мәсьәләһе лә киҫкен тора. Уны хәл итеү өҫтөндә «Экология» милли проекты эшләй ҙә инде.

Проектҡа урмандарҙы һаҡлау, шул иҫәптән ҡырҡылған һәм һәләк булған ағаслыҡтар урынына яңыһын ултыртыу, урман тергеҙеү майҙанын арттырыу, материаль-техник базаны махсуслашҡан техника һәм ҡорамалдар менән байытыу кеүек саралар инә.

Ошо көндәрҙә «Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә алынған техника райондарға таратылды, улар иҫә-бендә Әбйәлил урман хужалығына ла өр-яңы МТЗ-82 тракторы ҡайтарылды.

— Беҙҙең ойошмала манипуляторлы — 3, бортлы бер КамАЗ машинаһы, өс ДТ-75 тракторы, дүрт Беларусь бар ине. Техника паркының тағы бер яңы МТЗ-82 тракторы менән тулыланыуы ҡыуаныслы. Был беҙҙең учреждениеға тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләргә, юғарыраҡ етештереү күр-һәткестәренә өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк, — ти Әбйәлил урман хужалығы етәксеһе урынбаҫары Илгиз Кинйәбулатов.

Техниканы урман хужалыҡтарына тапшырыу тантанаһында сығыш яһаған республика Хөкүмәте Премьер-министры — БР ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәйзрахманов белдереүенсә, йыл аҙағына тиклем тағы 100 миллион һумға яҡын суммаға техника һатып алынасаҡ.

Рәмилә Истанбаева.
Читайте нас: