БР Сауҙа буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө районында йәшәүсе 300-ҙән ашыу бала һөт кухняһы продукцияһы ала башланы. Һөт ризыҡтары ташлама менән файҙаланған ғаиләләрҙә үҫеүсе өс йәшкә тиклемге балаларға бирелә. Был Стәрлетамаҡта балалар өсөн һөт ризыҡтары етештереү буйынса фабрика эшмәкәрлеге айҡанлы мөмкин булды.