+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Август 2019, 19:12

Халыҡ-ара һулаҡайҙар көнө

Көҙгөләге сағылыш кеүек донъяла уң ҡуллылар менән бер яҡҡа атлар өсөн һулаҡайҙарға ҡаратырышлыҡ күрһәтергә кәрәк.

Бала саҡта бер класташымдың: "Һулаҡайға һурпа юҡ ," - тиеүе эй йәнемде үртәй торғайны. Һулаҡайлығымды хатта кәмселек итеп һанай инем шул арҡала. Йылдар үтеү менән оялыу, уңайһыҙланыу ғәләмәте үтте. Быға әллә ниндәй ҡурҡыныс физик кәмселекле, ғәрип зиһенле кешеләрҙе күреү ҙә тәьҫир иткәндер.

Һулаҡайлығымдың, шөкөр, бер зыянын да күрмәйем. Һурпаға лайыҡлы кешеләр өсөн генә яраҡлаштырылған донъяла бәлә һалмай, ташламалар дауламай, сәмләнеп,тормоштоң ялына матҡып йәбешеп йәшәп ятам. Ара-тирә һулаҡайлығымды иҫкә төшөрөп тороусылар бар, әлбиттә. Эшем яҙыуға бәйле булғас, күҙгә эленеп кенә бара. Һул ҡул менән дә шулай тигеҙ, матур итеп яҙып булыр икән, тип ғәжәпләнәләр. "Минең һул ҡулым һеҙҙең уңығыҙ менән бер", - тип яуаплайым уларға. Аптырайҙар, аңлап еткермәйҙәр))) Бер ваҡыт ваҡытлыса реклама бүлегендә эшләргә тура килде. Йылҡылары юғалып иғлан бирергә килгән элек бер ойошмала етәксе булған хөрмәтле генә ағай: "Һулаҡай менән яҙғасың, таптың инде тапмай!"- тип, мине юрый ҡыланғандай күреп, ысынтылап үпкәләп сығып китте. Ҡайҙа ул миңә үпкәләү: "Эй, Хоҙайым, малҡайҙары табылһа ғына ярай ине", - тип теләнем үҙемдең тамсы ла ғәйебем юҡлығын белһәм дә. Үпкә тотмайым ул ағайға, ләкин күңелдә онотолмаҫлыҡ төйөр ҡалды.

Һулаҡай ҙа шул уҡ кеше! Һул, тимәк, тиҫкәре, һул аяҡтан тороу, һулға йөрөү - күпме кирегә һуҡмаһындар, "Уң ҡулың менән ал!", "Уң аяҡтан ин!" - тип күпме генә изгелеккә өйрәтмәһендәр, Хоҙайҙан бирелгән аң кимәлендәге һулаҡай булмышым барыбыр иң тәүҙә һул ҡулдан үрелтә, һул аяҡтан баҫыра))), ә һулға йөрөү тигәне һәр кемдең үҙ намыҫындалыр, моғайын.

Һулаҡайҙар - көрәшсе заттан. Тормош, цивилизация тотошлайы менән фәҡәт уң ҡуллылар өсөн ҡоролған. Бына шул тәртипте боҙмай, ә ниңә беҙҙеңсә булмаҫҡа тейеш, тип хоҡуҡ дауламай, үҙҙәре өсөн кире, тиҫкәре булған тормошта, ағымға ҡаршы барыусы улар. Һулаҡай "тиреһен" самалап ҡарарға теләүселәргә иң ябай миҫал: уңдан һулға яҙығыҙ әле, уңайлы түгел, эйеме? Беренсенән, нимә яҙғанығыҙҙы күрмәйгеҙ, ҡулығыҙ ышыҡлай, икенсенән, ҡул һырты ручканың ҡараһына буялып бысрана. Бындай ҡаршылыҡтар аҙым һайын...

Ә мейегә күпме көсөргәнеш төшкәнен берәү ҙә үлсәп ҡарамаған. Көҙгөләге сағылыш кеүек донъяла уң ҡуллылар менән бер яҡҡа атлар өсөн һулаҡайҙарға ҡаратырышлыҡ күрһәтергә кәрәк. Шуға ла һулаҡайҙар, бәлки, һурпаға ғына түгел, майлы ҡалъяға ла лайыҡтыр ул)))

Гөлнара Күсәрбаева.
Читайте нас: