-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Август 2019, 10:53

«Ирәндек» ҡосағында мөғжизәле көндәр

Ҡолоҡас ауылында, йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан «Ирәндек» лагерында бөгөн 315 бала күңелле ял итә

Быйылғы йәйҙә аҙаҡҡы — өсөнсө заезд бара. Көндәр бер аҙ һыуытып, ел иҫеп тороуға ҡарамаҫтан балаларҙың бер минуты ла буш үтмәй бында. 14 отрядҡа бүленгән ҡыҙ-малайҙарҙың көн тәртибе шул тиклем тулы һәм ҡыҙыҡлы, улар тәүлек уҙғанын да һиҙмәй ҡала.

Йәйге ял мауыҡтырғыс булһын өсөн лагерь начальнигы Айгөл Байғәлина етәкселегендә 28 вожатый һәм тәрбиәсе, физрук Айнур Абдрахманов бар көсөн, тырышлығын һала. Бассейнда һыу инеүҙә хәүефһеҙлекте тренерҙар Өлфәт Шөғүров менән Илшат Исҡужин күҙәтә, белмәгән-дәрен йөҙөргә өйрәтә.

— Быйыл «Ирәндек»тә өс заезда бөтәһе 943 бала килде. Әбйәлилдән генә түгел, Бөрйән, Белорет райондарынан, Магнитогорск, Сибай ҡалала-рынан ял итеүселәр бар. Лагерҙың бөтә талаптарға яуап биреүен тейешле ведомстволар, шул иҫәптән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Роспотребнадзор вәкилдәре тикшереп, ыңғай баһа бирҙе, — ти директор Юлай Фәхрисламов. — Балаларҙың хәүеф-һеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында лагерь биләмәһе буйлап видеокамералар яңыртылды, өҫтәп ҡуйылды, шәхси һаҡ предприятиеһы егеттәре майҙансыҡ-тарҙы тәүлек әйләнәһенә күҙәтә ала. Террорға ҡаршы инструктаж үткәре-леп, ҡапҡа алдына блоктар һалдыҡ, көн һайын полиция хеҙмәткәрҙәре килеп, йәмәғәт тәртибен тикшерә. Ашатыу — көнөнә биш тапҡыр, телеңде йоторлоҡ тәмле аштар, йомшаҡ икмәктәр бешереүсе 16 кешенән торған команданы шеф-ашнаҡсы Гөлнара Ниязғолова етәкләй.

Уларҙан тыш йәй дауамында лагерҙа БР Мәғариф министрлығы белгестәре, Йәмәғәт палатаһы күҙәтеүселәре, район Советы депутаттары ла булған һәм яҡшы тәьҫораттар алып, хуплап ҡайтҡан.

Хупламаҫлыҡ та түгел шул — бында эш яҡшы, төплө ойош-торолғаны күренеп тора.

Тәүге заезд «Лето 201.9 ҒМ» темаһы аҫтында үткән һәм бында балалар өсөн ниндәй генә саралар уйлап табылмаған — Рәсәй көнөнә арнап Мостай Кәримдең шиғырҙарынан тупланған флэшмоб, Ҡасим Дәүләт-килдиев иҫтәлегенә һүрәттәр конкурсы, «Ирәндек моңдары», «Һаумы, һаумы әкиәт!» бәйгеләре, «Алтын тирмә» викторинаһы, «Байыҡ» бейеүселәр фестивале...

— Беренсе заезда Мәрйәм Бураҡаева етәкселегендә «Йәйләү» лагеры эшләне һәм уларҙың идеялары үҙебеҙ уйлап сығарған алымдар менән үрелеп барҙы, — ти «Ирәндек» асылғандан бирле 8 йәй дауамында бында вожатый, педагог-ойоштороусы, тәрбиәсе булып эшләп, бөгөн начальник дәрәжәһенә еткән Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы. — «Ирәндек рекордтары» тигән яңы ярыш булдырҙыҡ: кемдең сәсе иң оҙоно, кем тиҙәйткестәр оҫтаһы, кем алыҫлыҡҡа шәп һикерә һәм башҡа номинациялар буйынса 12 рекордсменды билдәләп, ҙур плакат яһаныҡ. Тәбиғи материалдарҙан ҡул эштәре яһап та үҙҙәрен һынаны балалар. Йылдағыса «Ирәндек» батыры һәм гүзәлен билдәләнек. 22 июнь — Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөндә дәһшәтле һуғыш йылдары буйынса теҙмә эшләп, тарихи линейка уҙғарҙыҡ. Ҡараңғы төшкән мәлдә үткән был сарала һәр бала шәм яндырып, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарҙы иҫкә алды. Отрядтар араһында Олимпия уйындары уҙғарыу ҙа йолаға әйләнде. «Йәйләү»ҙәр иһә «Урал батыр» эпосын ятҡа һөйләүселәр араһында бәйге ойошторҙо, улар менән бергә Ҡужандағы өлтөк ҡарағастарға, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов музейына сәйәхәт ҡылдыҡ. Бынан тыш Рөстәм ағай Баһаув килеп уҡ атыу серҙәренә төшөндөрҙө, мәргәндәр араһында ярыш үткәрҙе. Ҡумыҙсылар оҫталыҡ дәресе менән ҡыуандырҙы.

Икенсе заезд «Башҡортостан — таланттар иле» тип исемләнгән һәм ул республикабыҙ ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған. Ошо темаға күп саралар уйланылған: отрядтар «Мин — Башҡортостандан» исемле КВН-да, республика тарихына арналған квест-уҙышта, асфальтта һүрәт төшөрөү конкурсында ҙур теләк менән ҡатнашҡан, «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» темаһына видеороликтар төшөргән. Бынан тыш «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» фестивале бик ҡыҙыҡлы үткән, балалар һинд, Африка халыҡтары, сиған, япон бейеүҙәренән тыш, башҡорт милли бейеүҙәрен бынамын итеп башҡарған. Ә костюмдар менән район мәҙәниәт бүлеге ярҙам иткән. Металлургтар көнө лә онотол-маған, Магнитогорскиҙа эшләүсе металлургия эшселәрен рәсемдәрҙә һынландырғандар. Башҡорт кинофильмы «Етегән»де ҡарап, аҙаҡ үҙ фекерҙәрең менән уртаҡлашыу һәр кемгә оҡшаған.

Балалар ғына түгел, вожатыйҙар ҙа үҙ-ара педагогик оҫталыҡта ярыша икән, был конкурста Эдуард Сәхәүетдинов еңеүсе тип табылған. Әйткәндәй, элек, уҡыусы сағында, бында йәйҙе үткәргән балалар — хәҙер студенттар — вожатый булып эшләргә килгән. Мәҫәлән, Зарина Исмәғилева, Мирза Шәрипов, Инсаф Ғәләүетдинов, Алена Дятлова һәм башҡалар һайлап алыу турын лайыҡлы үтеп, балалар менән уртаҡ тел тапҡан, эшен ҙур фантазия менән башҡара улар.

— Заезд һайын ҡунаҡтар ҙа күп беҙҙә, — тип уртаҡлаша А. Байғәлина. — Янғын һүндереү часы, район электр селтәрҙәре, эске эштәр бүлеге, үҙәк район дауаханаһы вәкилдәре килеп, хәүефһеҙлек дәрестәре уҙғара, балаларға янғын, ғәҙәттән тыш хәл осрағында ни эшләргә, нисек тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәтә. Электриктар конкурс та ойоштороп, еңеүселәрҙе бүләкләне. Дауахананың наркологы, «Үҙеңде тап» үҫмерҙәр клубы психологы тренинг уҙғарҙы. «Юрға» ат-спорт мәктәбе тренерҙары ял итеүселәрҙе һыбай йөрөү нескәлектәренә өйрәтеүгә ваҡыт бүлә. Пейнтбол һәм «Виртуаль ысынбарлыҡ» клубтары, планетарий ҡыҙыҡһыныу уятты. «Микромир» биологтары менән балалар микроскоп аша яңы донъя асты.

Мажаралы, ҡыҙыҡлы ял көндәрен лагерҙың үҙендә булдырылған түңәрәк-секциялар ҙа байыта. Теләүселәр волейбол, футбол, баскетбол, заманса бейеү, театр, «Йәш фотограф» түңәрәктәрендә, сәс үреү, һабын иретеү дәрестәрендә теләп шөғөлләнә.

Әйтеп үтеүемсә, 29 июлдә асылған аҙаҡҡы заезд #бергәсағыуыраҡ хэштегы аҫтында үтә. Был юлы иһә ҡыҙ-малайҙар алда һанап үтелгән бәйгеләрҙән тыш, баш-ҡортса караоке, пародиялар конкурсы, «Тәбиғәт — беҙҙең өйөбөҙ» викто-ринаһы һәм башҡа төрлө ярыштарҙа үҙен һынай. Малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн айырым көндәр ҙә билдәләнгән. Мәҫәлән, «Ҡыҙҙар көнө»ндә малайҙар гүзәл затҡа сюрприздар әҙерләй, үҙенсәлекле итеп ҡотлай, бүләк яһай, концерт номерҙары бағышлай, иртәгәһенә инде үҙҙәре хөрмәткә күмелә. Әлбиттә, заезд һайын отрядтар, күмәкләшеп Динопарк, аквапаркта ял итә, ҡалаға кинофильм ҡарарға ла бара. Көн һайын үткәрелгән күңелле дискотеканан таралыша алмай, маз киләләр. Ә хушлашыу кисендә тоҡандырылған усаҡ янында күҙ йәштәренә лә ирек бирә улар, сөнки был күңелле донъяны, ихлас һәм алсаҡ вожатыйҙарҙы, яңы дуҫтарҙы ташлап ҡайтып китеүе еңел түгел...

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: