+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Август 2019, 18:02

Өлкәндәр ҙә уҡый

1 августан Өфөлә пенсия алды йәшендәге граждандарҙы һөнәргә уҡытыу маҡсатында “Веб-дизайн һәм компьютер программалары” курстары асылды.

1 августан Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы Ворлдскиллс халыҡ-ара стандарттары буйынса пенсия алды йәшендәге граждандарҙы һөнәргә уҡытыу һәм өҫтәмә белем биреү махсус программаһын тормошҡа ашыра башланы. Бында “Веб-дизайн һәм компьютер программалары” курстары асылды.
2019 йылда хаҡлы ял йәшенә етеп барғандарҙы уҡытыуға 109 миллион һум аҡса бүленгән. Субсидиялар маҡсатлы рәүештә эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуға киткән сығымдарын ҡайтарыу өсөн бирелә.

Д. САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: